Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Апрель , 12:30

“Бөгөн дә ул беҙҙе берләштереүен дауам итә...”

Мәртәбәле спорт сараһы, легендар дикторыбыҙ Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған турнир быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә.

“Бөгөн дә ул беҙҙе берләштереүен дауам итә...”
“Бөгөн дә ул беҙҙе берләштереүен дауам итә...”

Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре араһында волейбол буйынса турнир бара. Был сара легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Турнирҙы асыу тантанаһында “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте директоры Рөстәм Зәрәфетдинов һәм башҡалар ҡатнашты.

- Бишенсе тапҡыр Әхәт Мотаһар улы беҙҙе бергә йыя һәм беҙ тағы бер тапҡыр “Беҙ бергә” тигән девизға берләшәбеҙ. Беҙ Әхәт Мотаһар улын һөнәребеҙ оҫтаһы тип хәтерләйбеҙ. Бер үк ваҡытта ул йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашты, – тине сараны асҡанда “Башинформ” акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров. – Бөгөн уны хәтерләргә йыйылдыҡ. Бөгөн дә ул беҙҙе берләштереүен дауам итә. Әле лә журналистар берҙәмлеге, йәмғиәт берҙәмлеге айырым мәғәнәгә эйә. Командаларға намыҫлы спорт ярыштарын теләйем.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов легендар диктор Әхәт Мортазиндың яҡшы кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, шәп ғаилә башлығы, шәп ойоштороусы булыуы һәм башҡалар тураһында һөйләне

 – Быйылғы юбилей ярыштарында һәр команда үҙен яҡшы йәһәттән күрһәтер тип ышанам, –  тине Марат Ғәзиз улы һәм турнирҙа ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов Әхәт Мотаһар улының эшенең йәшәүе, дауам итеүе тураһында әйтте.

 – Бөгөн матур турнир үткәрелә. Сарала ҡатнашҡан барлыҡ командаларға ҙур рәхмәт. Волейбол – иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Ошо турнирҙың ойоштороласағы тураһында әйткәстәр, бик ихлас ҡушылдыҡ. Иң көслө команданың еңеүен теләйем, - тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов.

Турнирҙа Әхәт Мортазиндың ҡатыны - "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Абдулла ҡыҙы һәм улы Салауаттың, тағы яҡын туғандарын күреү ҙә шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. Шуныһы үҙенсәлекле: бөгөн легендар дикторҙың яҡындары үҙҙәренең “Туғандар” тип исемләнгән командаһын булдырғайны. Уларҙың Әхәт Мотаһар улы кеүек спортты яратыуы һоҡланыу уятты.

Сараны Башҡортостандың Журналистар союзы, “Башҡортостан”  телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәте, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора. Турнирҙа алты команда - “Юлдаш” радиоһы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм “Башҡортостан24” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Башҡортостан” нәшриәт йорто командалары ҡатнаша. Әхәт Мортазиндың туғандары айырым, дуҫтары айырым “йондоҙ”ҙар командаһында уйнаясаҡ.

Әхәт Мортазинды Башҡортостандың “алтын тауышы” тип йөрөттөләр. Уның тауышын яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа ишетә инек. Ул төрлө Хөкүмәт кимәлендәге, мәҙәни сараларҙы бик матур алып барҙы. Әхәт Мортазин бихисап анимация һәм художество әҫәрҙәрен дә яҙып ҡалдырған, уларҙа төшкән.

Легендар диктор республикабыҙ радиоһы волейбол командаһының алмаштырғыһыҙ капитаны булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере иртә өҙөлдө: 2018 йылдың 3 мартында 59 йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: