Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Апрель , 17:30

Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арналған волейбол турнирында республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙ көсөн һынаны.

Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды

Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол турниры үткәрелде.

Беренсе төркөмдә “Туғандар” менән “Матбуғат йорто”, “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” менән “Туғандар”, “Матбуғат йорто” менән “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” командалары уйынсылары үҙ-ара осрашты. Икенсе төркөмдә “Юлдаш” радиоһы менән “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Йондоҙҙар” менән “Юлдаш”, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән “Йондоҙҙар” командалары беренселек өсөн алышты.

Шуныһы үҙенсәлекле: сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә иң мөһиме үҙеңде мәртәбәле турнирҙа һынап ҡарау ине. Әммә бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Һөҙөмтәлә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы командаһы – беренсе, “Туғандар” – икенсе, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – өсөнсө, “Йондоҙҙар” – дүртенсе, “Юлдаш” радиоһы менән “Башҡортостан” нәшриәт йорто" дәүләт унитар предприятиеһы командалары бишенсе урынға сыҡты.

Иң яҡшы уйынсы тип – "Юлдаш" радиоһынан Альберт Рамаҙанов, иң яҡшы плеймейкер тип – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ветераны Рафаэль Йосопов, иң яҡшы һаҡсы тип – "Йондоҙҙар" командаһынан Кинйә Күскилдин, иң яҡшы һөжүм итеүсе тип "Матбуғат йорто" командаһынан Эльмира Лежнева табылды.

Ошондай саралар үткәрелә икән, тимәк, Әхәт Мотаһар улы тураһындағы иҫтәлек тә һаҡлана. Бишенсе турнир ҙа ошоно раҫланы.

Сараны Башҡортостандың Журналистар союзы, “Башҡортостан”  телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәте, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторҙо. Турнирҙы асыу һәм ябыу тантаналарында Әхәт Мортазиндың ҡатыны Тәнзилә Абдулла ҡыҙы һәм улы Салауат, “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте директоры Рөстәм Зәрәфетдинов ҡатнашты.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Бишенсе турнирҙың еңеүселәре асыҡланды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: