Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Апрель , 19:25

Рәхәтләнеп палатка ҡороп ял итергә мөмкин

Башҡортостанда палатка ҡулланып ҡоролған турист-һауыҡтырыу лагерҙарын ерҙе теркәмәйенсә ҡорорға рөхсәт иттеләр. 

Рәхәтләнеп палатка ҡороп ял итергә мөмкин
Рәхәтләнеп палатка ҡороп ял итергә мөмкин

2024 йылдың 6 мартынан ергә хоҡуҡты теркәмәйенсә ҡорорға мөмкин булған объекттарҙың исемлеген киңәйттеләр. Хәҙер был исемлеккә палатка ҡулланып ҡоролған турист-һауыҡтырыу лагерҙары ла инә. Был РФ Хөкүмәте тарафынан ер участкалары тураһында законға үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

- Хәҙер ошондай лагерҙар ойошторорға теләүселәр ергә хоҡуҡты теркәмәйенсә эш итә ала, - тип аңлатма бирҙе БР ер һәм мөлкәт министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова. – Иҫкәрмәләр ҙә бар: урман фондына ҡараған, ауыл хужалығы йүнәлешендә ҡулланылған ерҙәрҙә лагерҙар булдырырға ярамай.

Быға тиклем палатка лагерҙары өсөн ҡәтғи ҡағиҙәләр ғәмәлдә ине, шуға күрә унда төр ялды ҡайһы бер төбәктәрҙә ойоштороу ауыр булды. Ошоға бәйле тәбиғәт ҡосағында ял иткән балалар һаны йылдан-йыл кәмей барҙы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: