Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Апрель , 19:40

Көрәш һарайы ваҡытында асыласаҡ

Апрель башына төҙөүселәр конструкцияларҙың күпселек өлөшөн күтәргән һәм фасад, биҙәкләү эштәренә тотонған, атап әйткәндә, витраждар ҡуйыу һәм колонналарҙы йөҙләү бара.

Көрәш һарайы ваҡытында асыласаҡ
Көрәш һарайы ваҡытында асыласаҡ

6 апрелдә Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты. Был – 2024 йылда билдәләнәсәк республиканың баш ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттарҙың береһе.

Көрәш һарайын Өфөнөң Октябрь районы Глумилин биҫтәһендә һалалар. Спорт объектының майҙаны – 29 мең квадрат метр.

Апрель башына төҙөүселәр конструкцияларҙың күпселек өлөшөн күтәргән һәм фасад, биҙәкләү эштәренә тотонған, атап әйткәндә, витраждар ҡуйыу һәм колонналарҙы йөҙләү бара. Бынан тыш, Көрәш һарайы биләмәһе лә төҙөкләндерелә.

Төбәк етәксеһе яңы бинаның тышҡы ҡиәфәтен ҡараны, шулай уҡ спорт объекты янында буласаҡ йәмәғәт киңлеген планлаштырыу менән танышты.

Көрәш һарайы асылғандан һуң, төрлө дисциплиналар буйынса бик күп спорт ярыштары, шулай уҡ мәҙәни саралар ойошторорға мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шул рәүешле ул өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ҡабул итеү урынына әүереләсәк.

– Бында футбол, баскетбол майҙансығы, парк зонаһы була. Ҡышҡыһын мотлаҡ һырғалаҡ эшләнер. Йәғни көрәш менән генә бәйле булмаған күп функциялы комплекс килеп сыға, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Әлегә беҙ графикка ярашлы барабыҙ, объектты 2024 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Көрәш һарайын асыу тантанаһы “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә үтәсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: