Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Апрель , 13:30

34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән

2023 йылда төбәк туроператорҙары 54 тур ойошторҙо, быйыл уларға тағы ла 30 тур өҫтәләсәк.

34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән
34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса 2020 йылдан “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты ғәмәлгә ашырыла. Был ваҡыт эсендә унда 34 меңгә яҡын “көмөш” турист ҡатнашҡан.

"Быйыл республикабыҙҙа 55 йәштән өлкән 20 мең кеше бер көнлөк турға сыға. Ошо маҡсатҡа беҙ 48 миллион һум йүнәлттек.

2023 йылда төбәк туроператорҙары 54 тур ойошторҙо, быйыл уларға тағы ла 30 тур өҫтәләсәк. Бөтә турҙар ҙа элекке тәжрибәне, шулай уҡ программала ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып эшләнгән. “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты операторы – республикабыҙҙың туризмды үҫтереү үҙәге.

“Көмөш” йәштәге туристар турҙар сиктәрендә мәҙәни һәм рухи мираҫ урындарына, тарихи иҫтәлекле урындарға, ваҡиғалар сараларына бара. Шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, халыҡ бейеүҙәрен, халыҡ ҡоралдарында уйнауҙы һәм башҡа өйрәнә.

Сәйәхәт итеү, аралашыу, тормошто яңы мәғәнәләр, ыңғай хис-тойғолар һәм тәьҫораттар менән тулыландырыу мөмкинлеге – ул беҙҙең өлкән быуын, һис шикһеҙ, лайыҡлы булған иң әүҙем оҙон ғүмер.

Сайтҡа һылтанманы беркетәм, уның буйынса программала үҙ аллы теркәлергә һәм яратҡан маршрут буйынса турға бронь һалырға мөмкин: https://долголетие.соцтуризмрб.рф”, – поделился Андрей Назаров.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Андрей Назаров

34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән
34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән
34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән
34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән
34 меңгә яҡын өлкән йәштәге замандашыбыҙ ял иткән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: