Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Апрель , 16:00

Әбйәлил егете - чемпион!

Әбйәлилдән Салауат Хәйбуллин алтын миҙалға лайыҡ булды.

Әбйәлил егете - чемпион!
Әбйәлил егете - чемпион!

Каратэ менән шөғөлләнгән кеше, ғәҙәттә, спортта ғына түгел, тормошта ла төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн ҙур рухи көскә эйә. Ни тиһәң дә, бала саҡтан был спорт төрө менән шөғөлләнгәндәр көслө, етеҙ, түҙемле, ҡыйыу һәм тәүәккәл булыусан. Бынан тыш, каратэ һаулыҡты нығытыуға, төрлө көсөргәнешле хәлдәрҙе еңеп сығыуға, үҙ-үҙеңә ышаныс барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә.

Бөгөнгө геройым Салауат Хәйбуллин – Әбйәлил районының Асҡар ауылы егете. Әсәһе Лариса Самсоновна Хәйбуллина уны һәм апайҙары Эльвина менән Айлинаны яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайҙары Рауил Юлай улының ғүмере иртә өҙөлгән. Ул спортты, бигерәк тә хоккейҙы яратҡан, ә бына уның улы Салауат иһә каратэны үҙ иткән. Ә бына Эльвина менән Айлина ваҡытында гимназияны “алтын” миҙалға тамамлаған. Хәҙер социолог һәм программист булып эшләйҙәр.

– Ун йәшем тулғас, ошо спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнергә теләнем һәм район үҙәгендә урынлашҡан спорт балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенә барҙым, – ти Салауат Хәйбуллин.

Әле егет Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Таһир Кусимов исемендәге гимназияла IX “б” класта белем ала. Салауат – уҡыу алдынғыһы. Был ғына түгел, ул күптән түгел Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа алтын миҙал яуланы.

Орел ҡалаһында 14-15 йәшлек ҡыҙҙар, малайҙар, 16-17 йәшлек үҫмерҙәр, 18-20 йәшлектәр араһында үткәрелгән бөтә стиль каратэ буйынса ярыштарҙа илдең 62 төбәгенән 1 мең 566 спортсы үҙ көсөн һынаны. Ошо мәртәбәле ярыштарҙа Әбйәлилдән Салауат Хәйбуллин Рәсәй чемпионы тип танылды.

Күренеүенсә, ауылдарҙан да чемпиондар сыға. Ғөмүмән, оло еңеүҙәргә юл бәләкәй залдарҙа һалына. Ҡуйған уй-маҡсаттарыңа тоғро ҡалыу, төрлө тормош ҡатмарлыҡтары алдында баҙап ҡалмау, барған юлыңдан тайпылмау – бына ул уңыш нигеҙҙәренең береһе. Ә беҙ иһә Әбйәлил егете Салауатҡа тағы уңыштар теләйбеҙ! Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын!

 

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Салауат Хәйбуллин тренеры Вадим  Изгин менән; Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа Әбйәлил егете Салауат Хәйбуллиндың оло еңеүе Әбйәлилгә тағы дан өҫтәне!

 

Фотолар: Салауат Хәйбуллиндың шәхси архивынан.

 

Вадим ИЗГИН, юғары категориялы тренер:

 – Үҙем – Магнитогорск ҡалаһынан. 2020 йылдан алып, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа йәшәйем һәм балаларға каратэ буйынса күнекмәләр үткәрәм. Күптән түгел тәрбиәләнеүседәремдең береһенең – Салауат Хәйбуллиндың – алтын миҙал яулауы ҡыуаныслы күренешкә әүерелде. Спортта ғына түгел, уҡыуҙа ла бик тырыш егет ул! Салауат – уҡыу алдынғыһы, гел “бишле” билдәләренә өлгәшә. Өҫтәүенә, ул маҡсатлы, һәр йәһәттән тәртип ярата.

Фотолар: Ильяс Хужиндың шәхси архивынан.

 

Әбйәлил егете - чемпион!
Әбйәлил егете - чемпион!
Әбйәлил егете - чемпион!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: