Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Апрель , 21:30

Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды

Бөгөн, 12 апрелдә, Мәскәүҙә “Рәсәй – спорт дәүләте” Халыҡ-ара форумының эстафетаһын Пермь крайынан Башҡортостанға тапшырыу тантанаһы үтте.  

Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды
Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды

Унда Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин да ҡатнашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров край губернаторы Дмитрий Махонин ҡулынан алдағы күләмле сараның символын алды.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө XII Халыҡ-ара «Рәсәй – спорт дәүләте» форумын үткәреү урыны итеп билдәләнде. Был турала дәүләт етәксеһе Пермь ҡалаһында үткән алдағы форумда иғлан иткәйне. Радий Хәбиров билдәләүенсә, форум Өфөлә быйыл октябрь урталарында үтергә тейеш.

Радий Хәбиров “Рәсәй Президентына киләһе форумды Өфөлә үткәрергә ҡарар итеүе өсөн рәхмәтлебеҙ”, – тине һәм “Юғары планканы тоторбоҙ. Бик ҡыҙыҡлы, сағыу сара булыр”, – тип вәғәҙә итте.

Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин: “Эстафетаны күршеләребеҙ – Башҡортостан Республикаһына тапшырыуыбыҙ символик мәғәнәгә эйә. Хөрмәтле һәм ҡәҙерле күршеләребеҙҙең ҡуйылған бурысты атҡарып сығырына ышанабыҙ”, – тип белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй спорт министры Олег Матыцин киләһе халыҡ-ара спорт форумына әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Республика Башлығы әйтеүенсә, Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлөп ятҡан яңы Көрәш һарайы сараны үткәреүҙә төп урын алып торасаҡ. Унда форумды тантаналы асыу һәм пленар ултырыш, шулай уҡ Президент ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса советтың ултырышын үткәреү ҡарала. Форумда ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ ҙур спорт һәм мәҙәниәт программаһы көтә.

Радий Хәбиров менән Олег Матыцин “Хәҙерге спорт. Инновациялар һәм перспективалар” тигән күргәҙмәне лә ҡараны. Улар шулай уҡ спорт кейеме етештергән компанияларҙың етәкселәре менән дә аралашты.

Күргәҙмәлә Башҡортостандың Спорт министрлығы стенды ла ҡуйылған.

 

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/

Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды
Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды
Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды
Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды
Башҡортостанға Халыҡ-ара спорт форумының эстафета штандарты тапшырылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: