Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Апрель , 17:30

Дүрт ил боксерҙары осраша

20 апрелдә Өфөләге Спорт һарайында “Ставкалар лигаһы. IBA чемпиондары төнө” серияһынан турнир була. 

Дүрт ил боксерҙары осраша
Дүрт ил боксерҙары осраша

20 апрелдә Өфөлә Рәсәй боксеры Павел Сосулин менән американец Питер Добсон араһында алыш була. Рәсәй спортсыһы Конгонан Эммани Каломбо менән осрашырға тейеш ине, тик Африка спортсыһы яуҙан баш тартҡан.

Быға тиклем Павел Сосулин Төркиәнән Фәтих Келеш менән ярышты һәм еңеү беҙҙең спортсыға эләкте. Тағы уға IBA версияһы буйынса Европа чемпионы исеме бирелде. Ә Питер Добсон һуңғы алышында февралдә Коннор Бендан еңелгәйне. Америка спортсыһы өсөн был Рәсәйҙәге икенсе алыш буласаҡ – былтыр декабрҙә Игорь Свиридченковтан еңелгәйне.

20 апрелдә Артур Собханҡолов румын Джеймс Череджи менән осраша. Улар 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауы өсөн алышасаҡ.

Башҡортостандан тағы Данис Ғабдрафиҡов Үзбәкстандан Азияның ике тапҡыр һәм донъя чемпионы Бобо-Усмон Батуров менән осраша.

12+

Фото, сығанаҡ: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: