Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Апрель , 23:30

“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ

Айғыр - республикала иң күп туристар йөрөгән урындарҙың береһе. Түбәндә поездың йөрөү графигы.

“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ
“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ

2024 йылдың 28 апреленән Башҡортостанда “Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ.

Айғыр - республикала иң күп туристар йөрөгән урындарҙың береһе. Меңәрләгән ял итеүселәр бында матур күренештәргә һоҡланырға һәм тау һауаһын һуларға килә.

Ҡала яны поездарының хәрәкәт графигы түбәндәгесә билдәләнгән:

7485/7486/7488 һанлы - Өфө (ҡуҙғалыу ваҡыты 07:07 – Айғыр (килеү ваҡыты 11:06, ҡуҙғала – 11:09) – Белорет (килә 12:36);

7489/7491/7492 һанлы - Белорет (ҡуҙғалыу ваҡыты 17: 33) – Айғыр (килеү ваҡыты 18:48, ҡуҙғала – 18:53) – Өфө (килеү ваҡыты 22:19) көн һайын.

Туристик ҡала поезы урындағы ваҡыт буйынса көн һайын йөрөй.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ
“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ
“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: