Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Апрель , 20:50

Бокс үҫеше үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды

был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яҙҙы.

Бокс үҫеше үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды
Бокс үҫеше үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды

“Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев менән бергә Өфөлә төҙөләсәк Бокс үҫеше үҙәге һәм теннис академияһына нигеҙ ташы һалдыҡ. Ул Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ – майҙаны 12 мең кв.м. Ундайҙар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар.

Башҡортостан боксы тарихы йөҙ йыл элек – Николай Соловьев секцияһынан башланған. Халыҡ-ара аренала республикаға тәүге данды ярты быуат элек Валерий  Лимасовтың еңеүҙәре килтергән.

Бөгөн беҙҙең спортсмендарҙы Рәсәйҙә лә, донъяла ла етди конкурент тип беләләр. Артур Собханҡолов - 2019 йылда Донъя кубогы этабы еңеүсеһе, Азалия Әминева 2021 йыл Донъя беренселеге еңеүсеһе һәм Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы, Иван Тихонов – 2023 йылда Донъя йәштәр кубогы призеры.

Башҡортостанда бокс менән 4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Республиканың бокс федерацияһы әүҙем эшләй, шул иҫәптән йәш спортсылар менән дә.

Ҡәҙерле дуҫтар, яңы үҙәк кем спортты ярата бөтәһе өсөн дә ысын көс һәм республикаға күп еңеүҙәр килтереү урыны булараҡ уйланылып төҙөлә. Шулай булырына ышанам, сөнки беҙҙең һәләтле күп йәштәр үҫеп килә” - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

https://vk.com/wall555400080_11355

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: