Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Апрель , 00:35

Шәмбе спортсылар осраша

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Башҡортостандың Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров бокс буйынса “IBA чемпиондары төнө” турнирында ҡатнашыусыларҙы медиа-үлсәү тантанаһында ҡатнашты.

Шәмбе спортсылар осраша
Шәмбе спортсылар осраша

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Башҡортостандың Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров бокс буйынса “IBA чемпиондары төнө” турнирында ҡатнашыусыларҙы медиа-үлсәү тантанаһында ҡатнашты. 

Сара 20 апрелдә Өфөләге Спорт һарайында үткәрелә.

Премьер-министрҙың билдәләүенсә, Башҡортостан сираттағы тапҡыр ҙур спорт сараһын үткәреү майҙанына әүерелә. Һуңғы биш йылда республикала халыҡ-ара кимәлдәге 50-нән ашыу турнир ойошторолдо. Былтыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән бокс буйынса Рәсәй чемпионаты сағыу ваҡиғаға әүерелде. Унда Рәсәйҙең 49 төбәгенән 174 көслө спортсы йыйылды.

-Был турнир ҙа юғары кимәлдә үтер тип ышанам һәм беҙ ғәҙел, көслө алыштарҙы күрербеҙ. Сөнки бокс, инаныуымса, физик әҙерлек кенә түгел, стратегик фекерләү, тимер ихтыяр һәм тырышлыҡ талап итә. Һәр спортсыға боксер рингында үҙ иле исеменән лайыҡлы сығыш яһауын теләйем, - тине Андрей Назаров, сарала ҡатнашыусыларға үҙ теләктәрен белдереп.

20 апрелдә Өфөлә Рәсәй боксеры Павел Сосулин менән американ Питер Добсон араһында алыш була. Рәсәй спортсыһы Конгонан Эммани Каломбо менән осрашырға тейеш ине, тик Африка спортсыһы яуҙан баш тартҡан.

Быға тиклем Павел Сосулин Төркиәнән Фәтих Келеш менән ярышты һәм еңеү беҙҙең спортсыға эләкте. Тағы уға IBA версияһы буйынса Европа чемпионы исеме бирелде. Ә Питер Добсон һуңғы алышында февралдә Коннор Бендан еңелгәйне. Америка спортсыһы өсөн был Рәсәйҙәге икенсе алыш буласаҡ – былтыр декабрҙә Игорь Свиридченковтан еңелгәйне.

20 апрелдә Артур Собханҡолов румын Джеймс Череджи менән осраша. Улар 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауы өсөн алышасаҡ.

Башҡортостандан тағы Данис Ғабдрафиҡов Үзбәкстандан Азияның ике тапҡыр донъя чемпионы Бобо-Усмон Батуров менән осраша.

Рәсәй боксерҙары Артур Собханҡолов һәм Павел Сосулин ярыш алдынан рәсми үлсәү процедураһын үтте. Артурҙың үлсәме  59,22 килограмм тәшкил итте.

- Барлыҡ спортсыларға хас тулҡынланыу бар. IBA Европа чемпионы титулына тыуған еремдә алышыуым – ҙур намыҫ эше. Профессионалдар менән алышыу тәжрибә оҫтаһы менән осрашырға тура киләсәк. Көйәрмәндәремде ҡыуандыра, еңеү яулай алырмын тип ышанам, - тине Артур.
Павел Сосулиндың ауырлығы – 70,75 кг, ә Улугбек Собировтыҡы – 70,25 килограмм. Данис Ғабдрафиковтың тән ауырлығы – 66,9 килограмм, ә Бобо-Усмон Батуровтыҡы - 66,8 килограмм.

Турнир “Матч ТВ” телеканалында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Трансляция Мәскәү ваҡыты менән 19.30 сәғәттә башлана.

Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/23643/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: