Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Апрель , 21:15

Яңы спорт объекты төҙөлә башлай

Бокс һәм теннисты үҙ итеүселәргә ҡыуаныслы яңылыҡ.

Яңы спорт объекты төҙөлә башлай
Яңы спорт объекты төҙөлә башлай

20 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республиканың бокс прогресы үҙәге һәм теннис академияһы төҙөлә башланыуы уңайынан иҫтәлекле билдә ҡуйыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы объект Якутов исемендәге парктың теннис буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе биләмәһендә барыҡҡа киләсәк.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, төбәк етәксеһе Башҡортостанда спорт үҫешенә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.

- Республикала 4 меңдән ашыу бала бокс, тағы 1 меңе ҙур теннис менән шөғөлләнә. Шуға ла уларға заманса, сағыу, яҡшы бина кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ ҡала үҙәгендә урын таптыҡ, унда күп функциялы объект асыласаҡ. Бында теннис һәм бокс менән дә шөғөлләнәсәктәр. Бынан буласаҡ донъя, Олимпия уйындары чемпиондары  сығырына ышанам.

Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев Башҡортостандың етәкселек командаһына төбәктә спорт инфраструктураһы үҫеше өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Башҡортостандың етәксеһе бик көслө һәм ул ҙур иғтибарҙы спортҡа бирә, эре саралар уҙғарыуҙы, яңы объекттар төҙөүҙе хәстәрләй. Был көндәрҙә Өфө “IBA чемпиондары төнө” халыҡ-ара турнирын ҡабул итә. Унда Европа чемпионы билдәле буласаҡ. Был титул өсөн Башҡортостандың бокс мәктәбе вәкиле лә көсөн һынаясаҡ. Уға уңыштар теләйбеҙ! – тине Умар Кремлев.

 Өфө халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән республика Хөкүмәте Премьер-министры, төбәктең бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров та тәбрикләне.

- Башҡортостан боксерҙары Рәсәйҙә һәм донъяла танылған. Спортсыларыбыҙ яҡшы шарттарҙа күнекмә үткәрһен өсөн республикабыҙ яңы үҙәк төҙөлөүенә  лайыҡлы. Заманса объект юғары кимәлдәге төрлө саралар уҙғарыуға мөмкинлек бирәсәк, - тине Андрей Назаров. – Тимәк, спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға теләүселәр ҙә респубикабыҙҙа артыр.

Радий Хәбиров, Умар Кремлев, Андрей Назаров буласаҡ спорт объектының тәүге ташына төҙөлөш башланыуы тураһында иҫтәлекле табличка ҡуйҙы, йәш спортсылар менән аралашты.

 Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: