Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Апрель , 11:35

Артур Собханғолов IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауын яуланы

Кисә Өфөлә үткән "IBA чемпиондары төнө" Башҡортостан бокссыларының өсләтә еңеүе – триумфы менән тамамланды.

Артур Собханғолов IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауын яуланы
Артур Собханғолов IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауын яуланы

Кисә, 20 апрелдә, Өфөлә «Ставкалар лигаһы. IBA чемпиондары төнө» турниры үтте. Төп алышта шоуҙың күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттары призёры Артур Собханғолов (6-0, КО 4) судьяларҙың берҙәм тауышы менән румын Джеймс Череджиҙы еңде (19-4, КО 7) һәм 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауын яуланы.  

- Әле мин хис-тойғолар тәьҫирендәмен, - тине Артур Собханғолов. - Мин көйәрмәндәрем алдында билбау яулауға өлгәштем. Алыш миңә ауыр ғына бирелде. Бәлки, оҙайлы тәнәфес, шулай уҡ климатҡа яраҡлашыу йоғонто яһағандыр. Алышты тағы ла сағыуыраҡ үткәрергә теләгәйнем, шулай ҙа ярайһы ғына килеп сыҡты, минеңсә. Иң мөһиме – еңеү. Хәҙер карьерамдағы төп титул – иңемдә. Эйе, мин Австралияның Камбосос лагерында әҙерләндем. Был күнекмәләр миңә ярҙам итте, тип уйлайым, әммә тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым - климатҡа яраҡлашыу арҡаһында ауырыраҡ булды.

Рәсәй чемпионы-2022, донъя чемпионатында ҡатнашыусы һәм 71 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауын яулаусы Павел Сосулин (8-0, КО 3) судьяларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, Тажикстандан Олоғбәк Собировты еңде (14-3, КО8).

Шулай уҡ «Ставкалар лигаһы. IBA чемпиондары төнө» шоуында рәсәйле Данис Ғабдрафиҡов (3-0, КО 1) 67 килограмға тиклем ауырлыҡтағы 6 раундлы рейтинг алышында Үзбәкстандан 2019 йылғы донъя чемпионатының бронза призерын һәм ике тапҡыр Азия чемпионы Бобо-Усмон Батуровты (3-0-1) еңде.

Был сағыу сара тураһында тәьҫораттары менән БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров та уртаҡлашты.

“Өфөлә IBA чемпиондары төнө Башҡортостан бокссыларының өсләтә еңеүе – триумфы менән тамамланды.

Тәүге алышта беҙҙең Бекхан Исраилов Ҡаҙағстандан Нурсолтан Аманжоловты еңде. Алтынсы алышта Данис Ғабдрафиҡов үзбәк боксеры Бобоусмон Батуровты еңде.

IBA версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә финал алышында беҙҙең Артур Собханғолов менән Румыния боксеры Джеймс Череджи осрашты. Һөҙөмтәлә – Артурҙың сағыу, бик матур һәм көтөп алынған еңеүе!

Егеттәр маҡсатҡа ынтылышын, көрәшә һәм еңә белеүен йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

Халыҡ-ара бокс ассоциацияһына һәм Рәсәйҙең Бокс федерацияһына башланғыстарыбыҙҙы хуплағаны һәм ышаныс белдергәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Артур, Бекхан һәм Данисҡа ғәйәт ҙур хеҙмәттәре, Башҡортостан һәм Рәсәй спортын данлағандары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм!” – тип яҙҙы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: