Спорт һәм туризм
2 Май 2024, 09:15

Сәләмәт быуындың киләсәге бар

Башҡортостанда спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Ошо хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

Сәләмәт быуындың киләсәге барСәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар

Рәсәй Президенты Владимир Путин спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һанын 70 процентҡа тиклем арттырыу маҡсатын ҡуйғайны. Былтырғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда был һан 56,8 процент тәшкил итә. Спорт ҡоролмалары булған төбәктәр рейтингында республика Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Бөгөн Башҡортостанда ике миллион 200 мең кеше физкультура һәм спорт менән даими рәүештә шөғөлләнә.

Республикала барлығы 13,3 меңдән ашыу спорт объекты эшләй. Һуңғы биш йылда ғына беҙҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн 1,4 мең майҙансыҡ, стадион, спорт залы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө. Мәҫәлән, былтыр Өфөлә – ябыҡ футбол манежы, өс физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Өлфәт Мостафин исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәге, Хәйбулла районында – бассейн, Октябрьский ҡалаһында боҙ һарайы сафҡа инде.

“Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексының беренсе сираты төҙөлөшө тамамланды. 13 ҙур спорт, шул иҫәптән Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған ике объект – Көрәш һәм Фехтование үҙәктәре төҙөлә. Бынан тыш, 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр спорт ҡоролмаларын капиталь ремонтлау буйынса программа эшләй башланы.

Йыл һайын республикала 15,5 меңдән ашыу физкультура һәм 800 кешенән күберәк ҡатнашҡан спорт сараһы үткәрелә. “Бизнес-спринт” программаһына ярашлы, биш объект төҙөлә, икәүһе сафҡа индерелде лә. Был физкультура-һауыҡтырыу комлекстары торлаҡ биҫтәләрендә сафҡа инә. Һөҙөмтәлә балалар өйҙәренән сыҡмайынса физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә ала.

Өфөләге “ФИЗРА-Д спорт үҙәге” физкультура-һауыҡтырыу комалексының төҙөлөш хаҡы 166,8 миллион һум тәшкил иткән. Был сумманың 99 миллион һумы – федераль, 18,8 миллион һумы – республика бюджетынан, 45,2 миллион һумын инвесторҙар биргән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексының дөйөм майҙаны өс мең тирәһе квадрат метр тәшкил итә. 9-сы спорт мәктәбенең “Футбол академияһы” тәрбиәләнеүселәре бында күнекмәләр үткәрәсәк. Бөгөн 13 тренер етәкселегендә 428 спортсы шөғөлләнә.

Яңы, дөйөм майҙаны өс мең тирәһе квадрат метрҙан торған “ФИЗРА-Р” спорт үҙәге” физкультура-һауыҡтырыу комплексында футбол, өҫтәл теннисы, фитнес буйынса шөғөлләнеп була. Объект төҙөлөшө 182,2 миллион һум тәшкил иткән. Был сумманың 99 миллион һумы – федераль бюджеттан, 18,8 миллион  һумы Башҡортостан бюджетынан, 60,7 миллион һумы инвесторҙарҙан йәлеп ителгән.

Баш ҡалала “Газпром – балаларға” программаһы буйынса төҙөлгән тағы бер спорт ҡоролмаһы республиканың билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Өлфәт Мостафин хөрмәтенә аталды. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы Менделеев урамында урынлашҡан. Унда бер сменала 208 кеше шөғөлләнә ала. Яңы бассейн, боҙ аренаһы, универсаль зал – барыһы ла балалар көслө, һау булып үҫһен, бөйөк илебеҙҙең ысын граждандары булһын өсөн атҡарыла.

Әйткәндәй, Киләсәк технологиялар форумында Рәсәй Президенты спорт менән шөғөлләнеүселәргә яҡшы шарттар тыуҙырыу өсөн ошоға оҡшаш объекттарҙы төҙөү программаһын киңәйтеү бурысын ҡуйғайны. Өфөлә асылған яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы – шул йүнәлештә эшләнгән мөһим аҙымдарҙың береһе.

Башҡортостан 2020 йылда Рәсәй төбәктәре араһында беренсе булып “Ауыл тренеры” программаһын ҡабул итте. Былтыр 12 райондан 25 спорт төрө буйынса 55 тренер йәмғеһе 50 миллион һумлыҡ түләү алды.

Бөгөн был программа Рәсәйҙең 24 төбәгендә индерелгән. 2023 йылда тренерҙарға түләү күләме 600 мең һумдан бер миллион һумға тиклем арттырылды. Был аҡсаға йорт йәки фатир, ер участкаһы, шәхси автотранспорт һатып алырға йәки уны торлаҡ төҙөлөшө өсөн тотонорға мөмкин.

Быйылдан алып оҡшаш “Ҡала тренеры” проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул ҡала тренерҙарына мөһим ярҙам буласаҡ һәм юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереүгә, спортсыларыбыҙҙың әҙерлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, айырыуса ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсыларға һәм тренерҙарға дәүләт стипендияһы түләнә.

Башҡортостан ҙур спорт ярыштарын уҙғарыу майҙансығы булып сығыш яһай. Һуңғы биш йылда төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге 50 турнир үткәрелде. Сурдлимпиясыларҙың Йәйге уйындары, билбаулы көрәш буйынса донъя беренселеге, ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты һәм башҡа күләмле ярыштар былтырғы йылдың сағыу ваҡиғалары булды.

Спортты үҫтереүҙәге һәм уға ярҙам итеүҙәге ҙур уңыштар арҡаһында ил Президенты Башҡортостанға “Рәсәй – спорт иле” төп спорт форумын үткәреүҙе ышанып тапшырҙы. Ул Рәсәй төбәктәренән һәм 15 илдән биш меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерәсәк. Быйыл Башҡортостанда ҙур спорт сараларының үткәрелеүе көтөлә. Улар – Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара  хеҙмәттәшлегенең ХХ форумы, “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумы.

Ил-дәүләт данын төрлө ҡитғаларға таратҡан саралар бар. Шуларҙың береһе – спорт. Ул ғына ла түгел, был тармаҡтың халыҡ һаулығына ыңғай йоғонтоһо бик ҙур. Һәр илдең киләсәге иһә сәләмәт быуындарҙың өҙөлмәҫ бәйләнешендә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас