+21 °С
Болотло
“Азалия Әминева – бокс буйынса 19 - 22 йәшлек юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе.
Финалда башҡорт спортсыһы Силәбе өлкәһе вәкиле Ева Никитинаны еңде.
Азалия Әминева – АЛБА Боливар уйындары чемпионы, бокс буйынса Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы, күп тапҡыр халыҡ-ара һәм милли беренселек еңеүсеһе һәм призеры.
Беҙҙең спортсыларға яңы еңеүҙәр һәм сағыу уңыштар!” тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.