Уны төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә төҙөнөләр.
Төбәк етәксеһе яңы спорт объектын ҡараны һәм булдырылған шарттарҙы баһаланы. ФОК-та көрәш, тренажер залдары, ял итеү бүлмәһе, кафе һәм башҡалар бар. Төбәк етәксеһе физкультура-һауыҡтырыу комплексына яҡын биләмәне төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләне, шулай уҡ яңы объекттың эш графигында яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыт бүлеүгә айырым туҡталып китте.
– Быйыл парк биләмәһендә атыу майҙансығын һәм бассейнды проектлауҙы башларға ниәтләйбеҙ. Әлбиттә, республиканың финанс мөмкинлектәренән сығып эш итәсәкбеҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru