Спорт һәм туризм
15 Май 2024, 12:30

Яңы спорт объекты үҙ ишектәрен асасаҡ

15 майҙа Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәмил Әйүпов исемендәге Фехтование үҙәгенең төҙөлөш майҙансығында булды

Яңы спорт объекты үҙ ишектәрен асасаҡЯңы спорт объекты үҙ ишектәрен асасаҡ
Яңы спорт объекты үҙ ишектәрен асасаҡ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылдың авгусында Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары – рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡабул итте. Ә 2022 йылдың декабрендә республика Башлығы буласаҡ спорт комплексын төҙөүгә старт бирҙе. Яңы объект Затон биҫтәһендә Рима Баталованың республика Спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә урынлашҡан.

Тикшереү барышында Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов объектта төп монтаж эштәрен тамамлауҙары һәм фасадты биҙәүгә тотоноуҙары хаҡында һөйләне. Бында Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә турнирҙарҙы үткәреп буласаҡ. Трибуналар 373 кешегә иҫәпләнгән.

Бинала шәхси күнекмәләр өсөн тренажер һәм спорт залдары, конференц-зал, бассейн, буфет һәм башҡалар буласаҡ.

Фехтование үҙәген асыу тантанаһын 2024 йылдың көҙөндә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә үткәрергә планлаштыралар. Ә инде декабрҙә бында тәүге ҙур ярыштар үтәсәк.

–  Был ҙур спорт объектын төҙөүҙе тамамлауыбыҙға шатбыҙ. Рәсәйҙә бындай махсуслаштырылған комплекс икәү генә – Мәскәү өлкәһендә һәм Новосибирскиҙа. Өфөлә, моғайын, илдәге иң яҡшы фехтование үҙәге булыр, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе киләсәктә Затонда тағы бер спорт комплексын – еңел атлетика манежын төҙөү мөмкинлеген ҡарауҙары хаҡында ла хәбәр итте. Шулай итеп, урында тотош спорт кластеры формалашасаҡ.

Фото: glavarb.ru

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас