Спорт һәм туризм
23 Май 2024, 10:30

Өфөлә балалар хоккей турниры була

Тамашасылар сараға бушлай инә ала.

Өфөлә балалар хоккей турниры булаӨфөлә балалар хоккей турниры була
Өфөлә балалар хоккей турниры була

“Өфө-хоккей” һәм “Төнгө хоккей” Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Башҡортостандың Хоккей берләшкән федерацияһы булышлығында асыҡ һауала хоккей менән шөғөлләнгән балалар өсөн турнир ойоштора. Сарала Өфөнән, Мәләүездән, Благовещендан, Благовар һәм Өфө райондарынан 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар күп бүләктәр, шул иҫәптән билдәле хоккей оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре әҙерләгән.

Тамашасылар матчтарға бушлай инә ала. Турнир 25-26 майҙа Өфө ҡалаһының Ростов урамындағы 16-сы йортта урынлашҡан “Астра” хоккей аренаһында ойошторола.

Фото: Әлшәй район хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас