Спорт һәм туризм
24 Май 2024, 03:00

Яҡташыбыҙ 10 миллион һумды алырмы?

Иртәнән һуң, 26 майҙа киске сәғәт 9-ҙа телевизор ҡарарға онотмағыҙ.

Яҡташыбыҙ 10 миллион һумды алырмы?Яҡташыбыҙ 10 миллион һумды алырмы?
Яҡташыбыҙ 10 миллион һумды алырмы?

ТНТ каналындағы “Титандар” экстремаль реалити-шоуҙа яһалма интеллект сарала ҡатнашыусылар өсөн ҡаты һынауҙар уйлап сығара. Төп приз – 10 миллион һум һәм “Рәсәйҙең төп титаны” тигән исем.

Унда Рәсәйҙең иң шәп спортсылары үҙ көсөн һынай. Улар араһында Өфөнән шорт-трексы Семен Елистратов та бар. Тапшырыуҙың премьераһы 26 майҙа, йәкшәмбелә киске сәғәт 9-ҙа була.

“Шоуҙа ҡатнашыуымдың төп маҡсаты – финалға барып етеү. ТНТ-лағы был проектты миллионлаған кешенең ҡараясағы тураһында яҡшы аңлайым. Был иһә үҙемдең спорт төрө тураһында һөйләү мөмкинлеге лә.

Күптәрҙән шорт-тректың нимә икәнлеге тураһында һораһаң, белмәйҙәр. Мин Өфө халҡы тураһында әйтмәйем - өфөләр шорт-трек тураһында яҡшы белә тип уйлайым. Ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаһында спорттың был төрөн белмәйҙәр. Был – иң шәп, матур һәм спорттың баһаланып бөтмәгән төрө.

Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ҙур рәхмәт – минең исем менән аталған Өфөләге катокта йыш ҡына үткәрелгән ярыштарға барып ҡарағыҙ. Шорт-трек ятыштарын үҙ күҙең менән күреү яҡшыраҡ”.

Сығанаҡ, фото: Семен Елистратов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас