Шаран ауылында Р.Баталованың “Милләт йәшлеге” фонды һәм Башҡортостан Спорт министрлығы ярҙамында район-ара “Спорт легендаһы”еңел атлетика кросы үтте.Быйыл унда ҡатнашыусылар айырыуса күп булды, 16-сы кроста Мишкә, Туймазы Баҡалы, Бүздәк райондарынан 630 кеше ҡатнашты, тип яҙа “Шаранские просторы”.
Югереүселәрҙе Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Шаран районы хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин, Башҡортостан адаптив спорт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Айрат Дауытов сәләмләне.
Рима Баталованы юбилейы менән ҡотлап, Марат Әхмәҙуллин район хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
– Мин мәктәпкә көн һайын йәйәү йөрөнөм, ул өйҙән ете саҡрымда ине. Моғайын, ошо ҡаршылыҡ мине көслө, сыҙам иткәндер, –тине легендар спортсы.
Стартҡа мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр ҙә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа (улар 200 метрға ярышты), ете-туғыҙ йәшлектәр ҙә сыҡты. Рима Баталованың ейәнсәре Варвара ла кроста ете-туғыҙ йәшлектәр араһында ҡатнашып, Туймазынан Марсель Хисаметдинов менән финишҡа беренсе булып килде. Ете генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ еңел атлетиканан тыш, ушу көрәше менән шөғөлләнә, флейтала уйнай. Ул үҙенең данлыҡлы өләсәһе менән ғорурланыуын , уның өлгөһөндә спорт менән шөғөлләнә башлауын белдерҙе.
Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар, кубоктар, грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, Мишкә районы спортсылары бик күп йәш категорияларында приздар яулап, таҫыллыҡтарын, оҫталығын күрһәтте.
Руслан ХАФИЗОВ фотолары.