Бөтә яңылыҡтар

Өфөнө VK Fest гөрләтә!

Үҙеңде һанап ҡарағың килһә - спорт майҙансыҡтарына рәхим ит. 

Өфөнө VK Fest гөрләтә!
Өфөнө VK Fest гөрләтә!

Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа “Ватан” паркында һәм Салауат Юлаев майҙанында ил кимәлендәге ҙур сара – VK Fest бара. Быйыл ул Рәсәйҙә унынсы тапҡыр ойошторола һәм беренсе булып фестивалде Өфө асты. Беҙгә илебеҙ йондоҙҙары – “Звери” һәм Cream Soda төркөмдәре, шулай уҡ Хаски, Ramil’, Клава Кока, Ольга Бузова һәм Юля Паршута килде.

Ҙур концерттан тыш фестивалдә халыҡ өсөн бик күп әүҙемлек майҙандары ойошторолдо. Кешеләрҙе иң ҡыҙыҡһындырған урын – спорт әүҙемлектәре ине. Бер мөйөштә “Салауат Юлаев” хоккей клубы үҙенең фанаттарын йыйҙы. Бында үҙеңдең яратҡан спортсыларың менән осрашыу мөмкинлеге булды. Команданың билдәле уйынсыһы Алексей Василевский автографтар таратты һәм кешеләр менән аралашты, фотоға төштө, оҫталыҡ дәресе бирҙе.

Иң ҡыҙығы – клуб фестивалгә боҙ аренаһының бәләкәсәйтелгән күсермәһен килтерҙе. Яһалма боҙҙа ҡап ҡуйылды, һәр теләгән кеше унда шайба ырғыта алды. Кем дә кем бер юлы өс шайбаны сәпкә тейҙерә – уға бүләктәр бирелде. Фанаттар иҫтәлеккә шайба, хоккей клубы символикаһы менән футболкалар, кепкалар алып ҡыуанды.

Билдәле булыуынса, 2008 йылда “Салауат Юлаев” хоккей клубы Рәсәй чемпиондары булды һәм Гагарин кубогын еңде. Тап ошо кубок бөгөн майҙансыҡта ҡуйылды ла. Һәр телегән кеше уның менән фотоға төштө.

Клуб ойошторған тағы бер ҡыҙыҡ сара – республиканың билдәле блогерҙары спортсылар менән бергә батлдар ойошторҙо һәм таһыллыҡта ярышты.

Икенсе бер күп кешеләрҙе йыйған зона – “ТопСпИн” үҙәге ойошторған өҫтәл теннисы уйыны майҙаны булды. Бында күберәк малайҙар йыйылды, араларында спорттың был төрөн яратҡан өлкәндәр ҙә күренде. Үҙәк тренерҙары балалар һәм өлкәндәр араһында ярыштар үткәрҙе. Еңеп сыҡҡандар иҫтәлекле бүләктәр һәм үҙәктә өҫтәл теннисын бушлай уйнау мөмкинлеге биргән сертификаттар менән бүләкләнде.

– Беҙҙең спорт төрөн яратыусыларҙың бөтәһен дә көтөп ҡалабыҙ. Беҙ фестиваль бөткәнсе эшләйәсәкбеҙ, һәр кем үҙен таһыллыҡта, тиҙлектә һанап ҡарай аласаҡ. Бүләктәребеҙ ҙә бик матур, килегеҙ! – тинеләр “ТопСпИн” үҙәге тренерҙары.

Спорт яратыусылар майҙанда ҡуйылған урам тренажерҙарында шөғөлләнде, бында ла төрлө ярыштар һәм бүләк отоштар ойошторолдо.

Көндөң эҫе булыуына ҡарамаҫтан, спорт майҙансыҡтарынан кешеләр өҙөлмәй.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: