Спорт һәм туризм
8 Июнь 2024, 08:00

"Ылаҡ"та кемдәр еңде?

Бөгөнгө һабантуйҙар нисек бара?

"Ылаҡ"та кемдәр еңде?"Ылаҡ"та кемдәр еңде?
"Ылаҡ"та кемдәр еңде?

Кисә Баймаҡ районының Граф күле янында "Ылаҡ уйыны" ат спорты ярышы үтте.

Уйында Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил командалары ҡатнашты. Көсөргәнешле алышта еңеүҙе әбйәлилдәр яуланы. Баймаҡтар - икенсе,  хәйбуллалар өсөнсө урынға сыҡты.

Афарин, әбйәлилдәр!

Ә бөгөн республикабыҙҙың бер нисә районында һабантуйҙар үтә. Байрамдарығыҙ нисек бара? Тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. 

Фото: "Баймакский Вестник" гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас