Бөгөн, 12 июндә, Башҡортостан бер юлы өс байрамды – Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһы көнөн һәм халыҡ шағиры һәм милли герой Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуҙы билдәләне.
Байрам саралары араһында ҙур турнир – Өфө хакимиәте кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир үтте. Уны йыл һайын спорт һөйөүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Быйыл да республикабыҙҙан ғына түгел, сит өлкәләрҙән килгән 100-гә яҡын көслө көрәшсе көс һынашты. Бәйге бик көсөргәнешле барҙы, әммә беҙҙең республика батырҙары ла һынатманы һәм улар иң көслө көрәшселәр беҙҙә – Башҡортостанда булғанын иҫбатланы. Ә инде яҡташыбыҙ Радик Сәләхов абсолют еңеүсе булды. Уға төп приз - 450 мең һумға сертификат тапшырылды.
Бөтә ҡатнашыусылар рәхмәт әйтеп, артабан яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Фото: https://t.me/ratmirmavliev/4413