Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул эске туризмды үҫтереүгә арналды.
“Йәй үҙ хоҡуҡтарына инде, отпускылар осоро башланды. Республикабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары был ваҡытты Башҡортостан ерендә матур итеп үткәрһен өсөн, Р.Ф. Хәбиров ҡушыуы буйынса беҙ беренсе йыл ғына эске туризмды үҫтермәйбеҙ. Эш барышында өлгәшелгәндәр менән уртаҡлашҡым килә.
Яңыраҡ Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә килешеү төҙөнө. Уларҙың береһе “Түләү карталарының милли системаһы” акционерҙар йәмғиәте менән ҡул ҡуйылған һәм милли түләү ҡоралдарын, атап әйткәндә, “Мир” банк картаһын файҙаланып, “Башҡортостан Республикаһы туризмы картаһы”н булдырыуҙы күҙ уңында тота. “Рәсәй” банкы һәм “Ирбис – БР” яғыулыҡ компанияһы менән берлектә юл буйы сервисын үҫтереү буйынса инвестиция проектын башлайбыҙ. Уның сиктәрендә дөйөм һалынған аҡса күләме 1,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән автозаправка станциялары селтәрен төҙөү планлаштырыла. Эшҡыуарҙар менән партнерлыҡта оҙайлы сроклы нигеҙҙә беҙҙең республика буйлап маршруттарҙы үҫтереү һәм уның тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттарына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу менән шөғөлләнәсәкбеҙ.
Эске туризм – иҡтисадтың бюджетты һиҙелерлек тулыландыра алырлыҡ мөһим өлөшө. Һәм Башҡортостанға сәйәхәтселәрҙең иғтибарын йәлеп итерлек һәм тотоп ҡалырлыҡ нәмәләр байтаҡ. Әммә башҡараһы эштәр күп әле. Был тармаҡтағы үҫеш перспективаларын тикшереп, уның бер нисә төп векторы тураһында һөйләргә теләйем.
Бөгөн меңдәрсә рәсәйле беҙгә Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәте менән һоҡланырға, милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә, бай тарихыбыҙҙы белер өсөн килергә әҙер. Әммә республикала туризм тармағы үҫешеүен дауам итһен өсөн, әле күп эштәр башҡарырға кәрәк. Үҙебеҙҙе ҡунаҡсыл хужалар итеп күрһәтер өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Рәхим итегеҙ”, – тип яҙҙы ул һәм Башҡортостан буйлап сәйәхәт итер өсөн яратҡан урындар фотоһын һалыуҙы һораны.
Фото: А. Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.