Һәр кем өсөн тыуған ил төшөнсәһе – изге. Ә тыуған ил ҡайҙан башлана? Ата-әсә йортонан, унан инде үҙең ҡорған оянан. Һәр кем үҙе йәшәгән йортто, ихатаны күркәмләндерергә теләй, төҙөкләндерә. Ә үҙ ҡәлғәңде ашатлап сыҡҡас ҡайҙа барырға? Кисен йөрөп килер урын, балаларға велосипед, тыҡырмаҡта (самокат) иркенләп һәм хәүефһеҙ йөрөп килер урын булыуы үҙе бер бәхет. Был йәһәттән элек ауыл халҡы ҡалала йәшәүселәргә көнләшеберәк ҡараһа, хәҙер ауылдарҙа ла заманса, матур парктар, ял итеү урындары булдырыла башланы.
Ял әүҙем булырға тейеш
Башҡортостанда йыл һайын ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, бәләкәй ауылдарҙа ла төҙөкләндерелгән ял итеү урындары күбәйә бара. Хәҙерге заман парктары һәм майҙандары Рәсәй Президенты башланғысы менән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы ярҙамында тормошҡа атҡарыла. Владимир Путин күптән түгел 2017 йылда башланған программа оҙайтыласағы һәм финанслау күләме арттырыласағы тураһында белдерҙе.
– Программа бер нисә йыл эшләй, яҡшы эшләй. Әлбиттә, һүҙ миллиардтар хаҡында бара. Шулай ҙа был программаны оҙайтырға кәрәк,– тине дәүләт башлығы.
2024 йылда Башҡортостан федераль проекты сиктәрендә 123 йәмәғәт майҙансығы төҙөләсәк. Йәмғеһе был юҫыҡҡа 1 миллиард 174 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы булып һайланып, эш башлау менән һәр район хакимиәте башлығы, һәр ҡала етәксеһенә парктарҙы төҙөкләндереү, ял итеү урындары булырыу мөһимлеге тураһында белдерҙе һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә был юҫыҡта эш алып барылды.
– Республика буйлап күп йөрөйөм, сағыштырырға миҫалдар етәрлек. Беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар үҙгәртеп ҡорола, яңы парктар, аллеялар, майҙандар барлыҡҡа килә, халҡыбыҙҙың яратҡан ял итеү урындары барлыҡҡа килә. Һуңғы биш йылда "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса Башҡортостанда 683 объектты төҙөкләндерҙек. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән 7 миллиард һумдың 91 проценты федераль бюджеттан бүленде, — тип билдәләне сығыштарының береһендә Радий Хәбиров.
Быйыл республика буйынса 123 проектты тормошҡа ашырыу планлаштырылған, шуларҙың 56-һы ауылдарҙа буласаҡ. Тимәк, ҡалаларҙан алыҫта ла хәҙер ял итергә, мәҙәни сара үткәрергә, ҡунаҡтарға экскурсия ойошторорға йәки ауыл тормошондағы мәшәҡәттәрҙән арынырға урындар буласаҡ.
Мәҫәлән, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Әй йылғаһы буйында йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелгән. Бында тротуар таштары һәм асфальт һалына, сүп-сар һауыттары һәм эскәмйәләр ҡуйыла, биләмә төҙөкләндерелә һәм яҡтыртыла.
Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә. Хәҙер уны хаҡлы рәүештә аулдың үҙәге тип атарға мөмкин. Уңайлы йәйәүлеләр юлы, ял итеү һәм аралашыу өсөн майҙансыҡтар, заманса яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары һәм сәскәләр үҫтерәләр.
Ә Үрге Ҡыйғы ауылы халҡыгың күптәнге хыялы тормошҡа аша – буш торған урында “Йәштәр аллеяһы” барлыҡҡа килә. Халыҡ был биләмәне күптән төҙөкләндерергә теләгән, мөрәжәғәттәр яҙған һәм ниһәйәт урындағы халыҡтың теләге тормошҡа ашҡан.
Үрге Ҡыйғыла йәшәүсе Сөмбөл Ибраһимова "Йәштәр аллеяһы” беҙҙең ауылдың ысын биҙәгенә әүерелде тип һанай.
– Бында көн һайын коляска менән йөрөгән йәш әсәләрҙе, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе күреү ҡыуаныслы, — ти ул.
Тарихи урындар халыҡты йәлеп итә
Федераль проект ярҙамында ҡала парктары ла бөтөнләй икенсе ҡиәфәткә инә. Мәҫәлән, былтыр Республика көнөндә Өфө халҡы яңыртылған Аксаков баҡсаһын күреп ҡыуанды. Бала саҡтан күптәр яратҡан биләмә хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Әммә шул уҡ ваҡытта парктың тарихи ҡиәфәтен мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышҡандар.
Проектлағанда архитекторҙар парктың мәҙәни мираҫ объекттары булған тарихи участкаларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында барлыҡ деталдәргә лә ентекле иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Пушкин урамы яғынан баҡса колонналары менән аркаға инеү төркөмө элементтары һүтеп алына һәм реставрацияға ебәрелә.
Аксаков баҡсаһының хәҙер үҙенең тарихи аллеяһы, йәйге амфитеатры, әҙәби залы, балалар майҙансығы, баскетбол майҙансығы, скейт-парк, асыҡ китапханаһы бар. Төҙөүселәр быуаны сүп-сар һәм ылымыҡтар таҙартып, уның ярын төҙөкләндергән. Аҡҡоштар йәнә быуаға ҡайтарылды. Был паркты төҙөкләндереү 243 миллион һумға төшкән, шуларҙың 234,9 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән.
Сипайлово биҫтәһендәге Ҡашҡаҙан паркы был районда йәшәүселәр өсөн өсөн берҙән-бер ял һәм йәйәү йөрөү зонаһы. Хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Паркта яҡтылыҡ һәм музыка фонтаны ҡала халҡын ғына түгел, ҡунаҡтарҙы ла ылыҡтыра. Реконструкция ике этапта барҙы. Беренсе этап күлде һыу ағыҙыуҙы һәм тәрәнәйтеүҙе, шулай уҡ коммуналь хужалыҡты яйға һалыуҙы, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре һалыуҙы күҙ уңында тотһа. Икенсе этапҡа күлдең яр буйын төҙөкләндереү ҡаралғайны.
Шулай уҡ Өфөлә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» бихисап парктар төҙөкләндерелеп, яңы һулыш алды. Бер яҡтан был ҡаланың йөҙөн үҙгәртһә, икенсе яҡтан балаларҙың именлегенә лә бәйле. Уларҙы сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү өсөн тәү сиратта спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар булдырыу мөһим.
Командировкаларҙа күрәбеҙ
Журналист һөнәре даими рәүештә райодарға сығыу мөмкинлеге бирә. Был йәһәттән әлеге һөнәр эйәләре бәхетле. Йыл дауамында ҡайҙа ғына булманыҡ. Шул арала район һәм ҡалаларҙа төҙөкләндерелгән парктарҙа йөрөп сығыу бәхетенә лә эйә булдыҡ. Шуларҙың береһе Йәрмәкәй районы үҙәгендәге парк. Бынан бер нисә йыл элек бында ҡола ялан булған. Хәйер, улайтып әйтеп булмай: киреһенсә һаҙлыҡ. Бөгөн иһә бында бәләкәй генә йылға ағып ята, уның аша матур күперҙәр һалынған, бөтөн ергә эскәмйәләр ултыртылған. Балалар ҡурҡмайынса уйын менән булған арала, ата-әсәй китап уҡып, бер аҙ ял итеп алыу, йәки асыҡ һауала концерт ҡарай мөмкинлегенә эйә.
Мәҫәлән, Янаулда урындағы халыҡ үтенесе буйынса ике майҙанды тоташтырып торған яңы йәйәүлеләр маршруты барлыҡҡа килгән.
Октябрьский ҡалаһында махсус проекттарҙың береһе тормошҡа ашырыла — буш урында һоҡланғыс “Йодоҙло” паркы ҡалҡып сыҡты. Балалар өсөн уйын майҙансығы, күнегеүҙәр зонаһы, скейтпарк, фонтан, йорт хайуандарының йөрөтөү зонаһы, беседкалар, йәмәғәт саралары өсөн сәхнә – барыһы ла бар.
Ә Салауат ҡалаһында Батыр аллеяһы яңыртыла. Ял итеү урындары йыһазландырыла, күләгәле япмалар, эскәмйәләр, шулай уҡ яңы архитектура элементтары ҡуйыла. Аллеяла төрлө йәштәге һәм физик һәләттәре өсөн спорт тренажерҙары һәм балаларҙың физик һәләттәре өсөн уйын майҙансығы ҡуйылған.
Кранокама районында ла матур төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Николо-Березовка ауылындағы тарихи урамда балалар майҙансығы булдырылды. Артабан бында планаштырылған эштәр бихисап. Районға сәфәргә сыҡҡанда, был темаға йәнә әйләнеп ҡайтырбыҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Флүзә ӘХИЙӘРОВА, хаҡлы ялда, Сибай ҡалаһы: