Спорт һәм туризм
21 Июнь 2024, 10:15

Зөһрә ГОРДИЕНКО: "Башҡортостан - туристарҙы күпләп йәлеп итә ала"

Туризмдың үҫеше эшҡыуарлыҡтың ниндәй хәлдә булыуы менән тығыҙ бәйле тип һанай министр

Зөһрә ГОРДИЕНКО: "Башҡортостан - туристарҙы күпләп йәлеп итә ала"Зөһрә ГОРДИЕНКО: "Башҡортостан - туристарҙы күпләп йәлеп итә ала"
Зөһрә ГОРДИЕНКО: "Башҡортостан - туристарҙы күпләп йәлеп итә ала"

Зөһрә ГОРДИЕНКО, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:

  • Министрлыҡтың алдында бурыстар һәм маҡсаттар күп. Былтыр күп кенә райондар туристарҙы үҫтереүгә субсидиялар алды. Хәҙер ошо сумманың нисек файҙаланыуын ҡарарға кәрәк: ҡайҙа күпме кэмпинг һәм глэйпингтар, башҡа ял урындары барлыҡҡа килгән?

Башҡортостан – туристраҙы күпләп йәлеп итергәһәдәтле тбәк. Әммә туристарҙан аҡса алып тороу ғына етмәй, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ҙа талап ителә: ҡайҙа туҡтап ял итергә, ашап алырға, сүп-сар ташларға һәм башҡалар. Беҙ әлегә тиклем тыуҙырылған шудай шарттарҙың артабан да уңышлы эшләүен дауам итергә һәм камиллаштыра барырға бурыслыбыҙ. Тик был йүнәлештә, әйткәнемсә, бөтә нәмәне ашығыс рәүештә һәм “Әйҙәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә ҡатнашығыҙ” тип йүгерекләп эшләргә түгел, ә һәр аҙымды уйлап һәм еренә еткереп башҡарырға, шунан ғына сираттағы кимәлгә ынтылырға кәрәк.

Анығыраҡ әйткәндә, беҙҙең алда ике мәсьәлә тора: беренсенән, тәбиғәтте һаҡлау, икенсенән, ошо тәбиғәттә турист ҡеүәттәрен арттыра барыу, шул иҫәптән – бының өсөн структур үҫеш мәсьәләһен хәл итеү.

 

Быйыл йәй ҡайҙа барырға?

 

Бөрйән районы, “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музейы

Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл, Ҡырмыҫҡалы районы

Воскресенское ауылы, Пашковтар йорто

Бөрө районындағы Шәмсетдин күлендәге глэмпингтар

Иглин районында Блохино ауылындағы глэмпингтар

Благовещен районында Ағиҙел буйындағы глэмпингтар

Йәрмәкәй районында “Яңы донъя” глэмпингы

Белорет районы Отнурок ауылында “Мәлиҙәк” паркы

Ҡырмыҫҡалы районы, Прибельский ауылындағы “Аҡ яр” ял йорто

Ҡырмыҫҡалы районында “Зәңгәр күл” комплексы

Белорет районы Инйәр йылғаһы буйында Йөйәк йорттары

Шаран районында “Ялантау” глэмпингы

Ҡариҙел районында Яңы Муллаҡай ауылында “Яратҡан урын” глэмпингы

Нөгөштә “Пирс” ял йорто

Стәрлетамаҡта “Сосновка глэмп” глэмпинг

Шишмә районы Тәпәреш ауылында “Йола” глэмпингы

Кушнаренко районы Яҡуп ауылында глэмпинг

Иглин районы Тәкәй ауылында “Алтын ҡош” ихатаһы

Иглин районында “Терра” этнобазаһы

Белорет районында “Ар ташы” глэмпингы


Фото Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас