Ял көндәрендә Мәскәүҙә Хәрби-Диңгеҙ флоты Үҙәк спорт клубының Яхт-клубында I Башҡорт ишкәкле регата булды. Был – Башҡортостандан сыҡҡандар һәм Мәскәүҙә йәшәгәндәр өсөн ойошторолған ошондай беренсе сара.
Спорт һөйөүселәр – ҡыҙҙарҙан һәм егеттәрҙән торған ҡушма командалар – “ЯЛ-6” тибындағы шлюпкаларҙа ярышты. Сарала ете команда үҙ көсөн һынаны. Уларҙың исемдәре Башҡортостандағы йылғалар исеменән алынғайны – “Ағиҙел”, “Ҡариҙел”, “Һаҡмар”, “Инйәр”, “Йүрүҙән”, “Яйыҡ” һәм “Әй”. Әйткәндәй, барыһы ла юғары ишеү оҫталығын һәм команда рухын күрһәтте.
Һөҙөмтәлә беренсе урынға – “Һаҡмар”, икенсегә – “Ағиҙел”, өсөнсөгә “Инйәр” командалары сыҡты.
Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Еңеү яулаған командалар иһә дөйөм Мәскәү ярыштарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, бер аҙнанан һуң Мәскәү һабантуйы регатаһы ойошторола. Унда улар барыһы ла ҡатнаша.
I Башҡорт ишкәкле регатаһын ойоштороу мөһим сараға әүерелде. Ул Башҡортостандан килеп илдең баш ҡалаһында йәшәүселәрҙе берләштерҙе, әүҙем ял ойоштороуҙы ғына белдермәне, ә мәҙәни йолалар бәйләнешен һаҡларға булышлыҡ итте.
Был сара Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында, Башҡортостан Республикаһы студенттарының һәм аспиранттарының Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы “БашСтьюденс” башҡорт йәштәре хәрәкәте проектына ярашлы, ойошторолдо.
Фото, сығанаҡ: “БашСтьюденс”.