22 июндә Өфөләге “ТоП-СпИн” өҫтәл теннисы үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы ойошмалары һәм предприятиелары араһында үткәрелгән “Төнгө лига” өҫтәл теннисы буйынса финал ярыштары ойошторолдо. Миҙгел буйы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәр ярыштарҙың плей-офына эләкте, һигеҙ көслө команда асыҡланды.
– Беҙ тарихта беренсе тапҡыр үткәрелгән өҫтәл теннисы буйынса үҙенсәлекле проектты – предприятиелар һәм ойошмалар араһындағы ярыштарға һығымта яһаныҡ. Йыл буйына командалар кис, ҡайһы бер ваҡыт хатта төндә Өфөләге “ТоП-СпИн” өҫтәл теннисы үҙәгендә йыйылды һәм матчтар үткәрҙе. “Төнгө лига” финалына һигеҙ команда сыҡты, ә иң көслө ике команда тарихта беренсе тапҡыр Төнгө лига кубогына уйнаны, - тип һөйләне “Башҡортостан Республикаһы өҫтәл теннисын үҫтереү федерацияһы” төбәк ижтимағи физкультура-спорт ойошмаһы президенты Александр Мазурин.
Өҫтәл теннисы буйынса беренсе “Төнгө лига” ябылған көндә “Парус” мебель үҙәге һәм “ПРОМ-ОКНА” сауҙа-етештереү компанияһы хеҙмәткәрҙәре наградалар өсөн тырышты. Һуңғылары 3:2 иҫәбе менән көнәркәштәрен еңде. Спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы, “Факел Газпром” клубы тренеры, Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулаусы Игорь Лежнев сарала ҡатнашты, спорт һөйөүселәрҙе еңеүгә әйҙәне һәм үҙе иң-иңдәргә кубоктар, миҙалдар тапшырҙы.
Өфөлә “Төнгө лига”ны ойоштороусы Александр Мазурин һүҙҙәренә ҡарағанда, спорт һөйөүселәр эштән һуң һәм һуңға тиклем күнекмәләр үткәргән, уларҙың күптәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, “Иң яҡшы уйынсы”, “һөжүм итеүсе”, “һаҡсы” исемен яулаған.
Күп кенә предприятиелар “Төнгө лига”ның маҡтаулы ҡатнашыусылар сертификаттары менән баһаланған. Улар араһында “Форт Диалог”, “Башнефтегеофизика”, “Меләүез минераль ашламалар” акционерҙар йәмғиәттәре, шулай уҡ “Уфанет”, “Вымпелком”, “Башҡортостандағы Ростелеком” компаниялары һәм башҡа ойошма-предприятиелар бар.
Әйткәндәй, Башҡортостан ойошмалары һәм предприятиелары араһында өҫтәл теннисы буйынса ярыштар былтыр 1 октябрҙә Башҡортостандың Энергетика сәнәғәте һәм инновациялар министрлығы, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ Башҡортостандың Өҫтәл теннисы үҫеше федерацияһы булышлығында башланғайны. Ошо көндән алып, республикалағы Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез ҡалаларынан ҙур һаналған ойошма-предприятиелар вәкилдәрен сәләмәт тормошҡа ынтылыш, ярыш сәме, дәрт, аралашыу берләштерҙе.
“Төнгө лига” уйынсылары өсөн был сара бизнес өлкәһендәге формаль булмаған аралашыу, берҙәм проекттар тураһында һөйләшеү урынына ла әүерелде. Тиҙҙән “Төнгө лига”ның яңы миҙгеле лә башланыр.
Сығанаҡ, фото: sport.bashkortostan.ru/presscenter/news/637718/