Спорт һәм туризм
26 Июнь 2024, 07:00

“Стәрле”нең хәле нисек?

Һуңғы йылдарҙа беҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленә: яңы объекттар сафҡа инә, булғандары сынъяһау итеп үҙгәртелә.

“Стәрле”нең хәле нисек?“Стәрле”нең хәле нисек?
“Стәрле”нең хәле нисек?

Әллә күпме малай һәм ҡыҙҙың икенсе йортона әүерелгән, уларҙың күбеһенә үҙ юлын, хатта булмышын табыуҙа, тормош юлын билдәләүҙә ярҙам иткән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәренең киләсәк быуын вәкилдәрен тәрбиәләүҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тренерҙар йәш спортсыларҙы физик яҡтан сыныҡтырыу, рухи йәһәттән тәрбиәләү өсөн күп көс һала. Республикалағы ошондай мәктәптәрҙең барыһы ла спорт менән шөғөлләнергә теләге, физик мөмкинлектәре булған һәр баланы ҡабул итергә әҙер.

Стәрлебаштар спорт ярата

Һуңғы йылдарҙа беҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленә: яңы объекттар сафҡа инә, булғандары сынъяһау итеп үҙгәртелә.

2005 йылда Стәрлебаш районында “Стәрле” спорт комплексы төҙөлгән. Унда дүрт 25 метрлыҡ юллы йөҙөү бассейны, тренажер залы, көрәш һәм самбо өсөн ике зал бар. Был балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә беренсе тапҡыр ғына бармайбыҙ. Әле унда ремонт эштәре бара ине. Спорт мәктәбе директоры Илдар Моратов әйтеүенсә, бинала бөгөн капиталь ремонт үткәрелә. Юғиһә быға тиклем бында стена ярылған, бассейндан һыу үтә башлаған, ҡыйыҡтан да аҡҡан икән. Хәҙер спорт объектында төҙөлөш бригадалары әүҙем эшләй. Объект яңы уҡыу йылы башына тапшырылыр тип көтөлә.

“Стәрле” спорт комплексына етәкселек иткән Илдар Моратов – билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы. Ул – сығышы менән Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылынан. Ун йыл элек райондағы спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй башлаған. Ул – Рәсәйҙең спорты мастеры, ил чемпионы, донъя чемпионаттарында призлы урындар яулаусы, донъя кубогы хужаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, республиканың үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры. Илдар Моратов көрәш буйынса донъя беренселегендә дүрт призер, Рәсәйҙең алты чемпионын, илдең 15-тән ашыу спорт мастерын һәм республиканың 30-ҙан ашыу чемпионын әҙерләгән. Өҫтәүенә, Стәрлебаш районында уның етәкселегендәге көрәш мәктәбе Башҡортостандағы иң көслөләрҙең береһе һанала.

Көрәшселәр төбәге

Стәрлебаштарға килгәндә, улар республика, ил һәм халыҡ-ара спорт ярыштарында һынатмай. Башҡортостандағы көслө көрәшселәрҙең байтағы данлы Стәрлебаш ерендә донъяға килгән.

Билбаулы көрәш иһә – халҡыбыҙ элек-электән яратып шөғөлләнгән спорт төрө. Ул кешелә сыҙамлылыҡ, иғтибарлылыҡ, тырышлыҡ, рух ныҡлығын тәрбиәләй, шул уҡ ваҡытта күп көс талап итә, физик форманы һаҡлау өсөн дә яҡшы һәм һаулыҡты нығытыу ысулы ла. Бынан тыш, командалар ҡатнашҡан спорт төрҙәренән айырмалы, көрәш спортсыларҙа яуаплылыҡ һәм үҙеңә генә ҡарар ҡабул итеү кеүек һыҙаттарҙы тәрбиәләй. Ә был сифаттар тормошта ла кәрәк.

Әйткәндәй, Стәрлебаш районында барлыҡ спорт төрҙәре тиерлек әүҙем үҫешә, төрлө ярыштар үткәрелә. Һөҙөмтәлә спортсылар өсөн мөмкинлектәр ҙә арта. Бер нисә йыл элек  Стәрлебаш ауылы эргәһендә асылған саңғы базаһы ла яңынан-яңы чемпиондар исемен асыу сәбәпсеһенә әйләнер, моғайын. Спорт һөйөүселәргә тәғәйенләнгән был биләмәлә хәҙер яһалма япмалы универсаль спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән. Объект бөгөнгө талаптарға яуап бирә. Резина яһалма япма волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнер өсөн тәғәйенләнгән. Саңғы-роллер трассаһы ла үҙгәртеп ҡоролған, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған.

“Стәрле”нең хәле нисек?
“Стәрле”нең хәле нисек?
“Стәрле”нең хәле нисек?
“Стәрле”нең хәле нисек?
“Стәрле”нең хәле нисек?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас