Геопарктар – иң уңайлы алым
Башҡортостан Рәсәйҙә иң беренселәрҙә булып геопарктар булдырға төбәк. Геопарк төшөнсәһе сит илдәрҙә генә әүҙем үҫешкән мәлдә “Янғатау” геопаркын булдырыу Башҡортостан Хөкүмәтенең эҙмә-эҙлекле һәм ентекле эштәренең береһе булды. Геопарк биләмәһен булдырыу өсөн махсус закон сығарылды. Бөгөн иһә “Янғанау” геопаркы үҙенең исемен икенсе тапҡыр абруйлы ЮНЕСКО комиссияһы алдында иҫбатланы.
“Янғантау” үҙенең шифаханһы менән дан тота ине. Хәҙер был ҙур биләмәлә кеше һәм тәбиғәт араһын көйләп, зыян килтермәй эшләү, фәнни эштәр алып барыу һәм шул уҡ ваҡытта ауыл халҡына хужалыҡ эштәрен атҡарыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Бынан тыш, ауыл халҡы үҙенең милли асылын һаҡлап ҡалыу һәм ошо юҫыҡта аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлеге менән файҙалана. Сөнки килгән туристарға ҡул эштәре тәҡдим итеү, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, ял урындары тәҡдим итеү – заман талабы.
Салауат районы – тәбиғәтте менән дә ылыҡтыра. Бындағы Йүрүҙән йылғаһы буйлап ағып төшөүҙәр, мәмерйәләр буйлап сәйәхәттәр туристарҙы ылыҡтыра. Айырыуса күрше төбәктәрҙән бында күп киләләр. Быйыл иһә туристарҙы йәлеп итерҙәй тағы бер мөһим урын асылыуы – ул башҡорт халҡының тарихы менән таныштырыу, рухи йәдкәрҙе һаҡлаусы урын – мөһим һәм тарихи ваҡиға. “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы республиканың милли геройы һәм халыҡ шағиры Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәйҙә төҙөлдө.
Комплекстың дөйөм майҙаны – 4,5 гектар. Проект концепцияһы Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аша ете төш” әҫәре нигеҙендә эшләнгән. Заманса визит-үҙәгендә сувенир продукцияһы һатыла. Паркта Салауат Юлаевтың тормошо, ижады тураһында тематик лекциялар үткәреләсәк. Комплекс урынлашҡан ергә яңы юл һалынған, сәхнә һәм инфраструктураның башҡа элементтары яңыртылған. Тимәк, туристарға быйыл барып күреү өсөн тағы бер урын бар! Йәй бауыры ҡыҫҡа, барып күрергә өлгөрөгөҙ.
Геопарктар тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда, “Торатау” тураһында әйтеп үтмәй булмай. Бынан биш – ун йыл арауығында ҡарағанда ла, “Торатау”ҙағы үҫешкә хайран ҡалырлыҡ. Бөгөн был урын Башҡортостандың кендеге кеүек. Республиканан ғына түгел сит тарафтарҙан да туристарҙы йәлеп итеп тора. Бынан йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Тауҙың артынан баҫҡыстар эшләтеү йәмәғәтселектә ҙур бәхәс тыуҙырғайны. Халыҡтың бер өлөшө баҫҡытар тауға насар йоғонто яһар тип ҡурҡты, икенселәр баҫҡыстар кәрәк тине. Бөгөн иһә был бәхәскә нөктә ҡуйылған: улар тауға ыңғай йоғонто яһай. Кеше тапамағас, тау итәгендә үлән ҡуйырғаны күренеп тора. Тауҙың итәгенә тиклем уңайлы юл һалынды, машиналар ҡуйыу урыны бар. Визит-үҙәктә ҡапҡылап алырға ла мөмкинлек бар. Сувенирҙар төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Балалар менән барып, көнө буйы рәхәтләнеп саф һауала йөрөп, ваҡыт үткәреү, үҫеп килгән быуынға ер шарының килеп сығышы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт биреү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.
Һәр кем турист була ала
Туристарҙы йәлеп иткән урындар барыһы өсөн дә асыҡ булырға тейеш: коляскала килгән балалар өсөн дә, оло йәштәгеләргә лә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта вазифаға килгәндән башлап гел әйтә килде. Тәүге йылдары был талапты үтәр өсөн инфраструктура етешмәй ине. Радий Хәбиров был етешһеҙлекте тиҙ арала бөтөрөү сараларын табырға ҡушты: гранттар һәм субсидиялар системаһы булдырылды, эске туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгәнойошмаларға һалым ташламалары, административ ярҙам һәм башҡаһы күрһәтелде. Был эш бер-ике йылдан ыңғай һөҙөмтә бирә башланы. Туристик урындарҙы күберәк кеше күрһен өсөн Радий Хәбиров тәҡдиме менән оҙонғүмерлелек, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары ҡабул ителде һәм улар бик уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был эштәрҙең һөҙөмтәһе лә күренә: Башҡортостан туристар ағымы бермә-бер артҡан төбәктәрҙең береһе исемлегенә ингән. Шуға ла туристик инфрматруктураны яҡшыртыу – артабанғы эште йәнләндереүгә алып килере шикһеҙ. Былтыр был йәһәттән 1,5 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән.
Туризмды үҫтереү – Башҡортостандың иҡтисадиын нығытыу ҙа икәнен онтмайыҡ. Тәү сиратта райондарҙа яңы эш урындары булдырыла, туристар ағымы ауыл халҡына аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлеге бирә.
Зөһрә ГОРДИЕНКО, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:
Башҡортостан – туристраҙы күпләп йәлеп итергәһәдәтле тбәк. Әммә туристарҙан аҡса алып тороу ғына етмәй, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ҙа талап ителә: ҡайҙа туҡтап ял итергә, ашап алырға, сүп-сар ташларға һәм башҡалар. Беҙ әлегә тиклем тыуҙырылған шудай шарттарҙың артабан да уңышлы эшләүен дауам итергә һәм камиллаштыра барырға бурыслыбыҙ. Тик был йүнәлештә, әйткәнемсә, бөтә нәмәне ашығыс рәүештә һәм “Әйҙәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә ҡатнашығыҙ” тип йүгерекләп эшләргә түгел, ә һәр аҙымды уйлап һәм еренә еткереп башҡарырға, шунан ғына сираттағы кимәлгә ынтылырға кәрәк.
Анығыраҡ әйткәндә, беҙҙең алда ике мәсьәлә тора: беренсенән, тәбиғәтте һаҡлау, икенсенән, ошо тәбиғәттә турист ҡеүәттәрен арттыра барыу, шул иҫәптән – бының өсөн структур үҫеш мәсьәләһен хәл итеү.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.