Спорт һәм туризм
28 Июнь 2024, 12:00

Килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Сара Ғаилә йылы айҡанлы үткәрелә.

Килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!Килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!

29 июндә Өфөнөң Киров районындағы Локотки ауылында «Өфө ҡәлғәһе» тип исемләнгән ҙур ғаилә фестивале була. Ул баш ҡалабыҙға нигеҙ һалыуға 450 йыл тулыуға арнала.

Сара Ғаилә йылы айҡанлы үткәрелә. Барлыҡ йәш төркөмдәре өсөн дә фестиваль мауыҡтырғыс булмаҡсы. Күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, Башҡортостан артистары, коллективтары ҡатнашлығында бай мәҙәни сара ойошторола.

Иртәгә шулай уҡ биш ауырлыҡ үлсәмендә көрәш, мас-рестлинг, арҡан тартышыу, пейнбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар була. Бынан тыш, “Башҡорт ихатаһы” этник тирмә ҡуйыла. “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” майҙансығында маскировка селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, “Герой әсәһе”, ДОСААФ һәм башҡа күргәҙмәләр ойошторола.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас