Бөгөн яҡташыбыҙ, Рәсәй спортында онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған, хәҙер шоу-бизнеста танылыу яулаған, тапшырыуҙар алып барған Ләйсән Үтәшева тыуған көнөн билдәләй.
Республикабыҙҙан иң билдәле гимнастка – Рәсәй спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе, команда иҫәбендә ике тапҡыр Европа чемпионы (2002, 2004), 2001/2002 йылдарҙа Донъя кубогы эйәһе, 2002 йылда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Балтия илдәренең Үҫмерҙәр уйындары еңеүсеһе.
Бөгөн Ләйсән Үтәшева – телевидениела алып барыусы, спорт комментаторы һәм уңған ҡатын, ике бала әсәһе.
Тағы шуны әйтергә кәрәк: художестволы гимнастикала бер нисә элемент уның исеме менән аталған.
Яҡташыбыҙға исемде өләсәһе һайлаған, сөнки ул тыуған көндә йылы ямғыр яуған. Шуға күрә уға ошо исемде ҡушҡандар.
Һәр йәһәттән матур Ләйсән Үтәшеваның һәр интервьюһында тиерлек ғәзиз Башҡортостанына, Раевкаһына, олатаһына һәм өләсәһенә, туғандарына һөйөүен белдерә.
Беҙ уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, уңыштар теләйбеҙ.
Фотоолар: Интернеттан.