“Торатау” геопаркы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылған һәм уның төп маҡсаты – тәбиғәтте, ундағы уникаль объекттарҙы һаҡлауға, шул уҡ ваҡытта туристар өсөн уңайлыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән.
Ишембай районында урынлашҡан “Торатау” буйы ла – ошо геопарктың бер өлөшө. Һуңғы ваҡыт был төбәк туризм йәһәтенән айырыуса ҙур үҫеш алды. Шихан биләмәһен 400-ләп төр үҫемлек, шул сама януар-йәнлек үҙ иткән. Был тауҙың йәше – 280-300 миллион йыл самаһы.
Туристар өсөн уңайлы шарттар булдырылғас, Башҡортостандың ғорурлығы булған күркәм тәбиғәт ҡомартҡыһын күрергә килеүселәр ҙә бермә-бер артты. Ошо көндәрҙә Ишембай тарафтарына командировкаға сығып, үҙебеҙ ҙә быға инанып ҡайттыҡ.
Сит илдәрҙән дә, Рәсәй төбәктәренән дә киләләр
Иртәнге сәғәттәрҙә барып төшөүгә ҡарамаҫтан, Торатау буйы гөрләп тора ине. Автобус менән төрлө төбәктән туристар ағыла. “Торатау” геопаркының үҫеш буйынса менеджеры Ғәзиз Ғәлин көн һайын бында республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө ҡала һәм ауылдарынан ҡунаҡтар ҡабул итеүҙәре тураһында һөйләне.
– Үҙем ошо Торатау эргәһендәге Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫтем. Йыл һайын ошонда турист слеттары үтә, дуҫтар менән дә тауға менә торғайныҡ. Ул ваҡыттан һуң был тирә ныҡ үҙгәрҙе. Һуңғы осорҙа туристар өсөн байтаҡ уңайлыҡтар тыуҙырылды. Торатауға менер өсөн һуҡмаҡ һалынды, хәҙер тауға ауырлыҡһыҙ ғына менеп була. Торатау буйына теҙелгән тирмәләрҙең дә һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше. Хәҙер бынан уҡыусылар ҙа, хаҡлы ялдағылар ҙа өҙөлмәй. Бөгөн, мәҫәлән, Дәүләкәндән, Бөрөнән, Нефтекаманан, Стәрлетамаҡтан ҡунаҡтар көтәбеҙ. Йәйге каникулда студенттар, мәктәп уҡыусылары арта. Бер турист миҙгеле эсендә былтыр Торатауҙа 150 мең кеше булған. Сит яҡтарҙан да мәҫәлән, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстандан да байтаҡ туристар килә. Илебеҙҙең башҡа төбәктәренән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп.
Күптән түгел ҡалмыҡтар булып китте. Өлгөлө, матур итеп эшләнгән үҙенсәлекле тирмәләр менән улар ҙа ныҡ ҡыҙыҡһынды. Бигерәк тә тирмә түбәһендәге тәбиғи яҡтылыҡҡа иғтибар иттеләр. Геопарктың булыуы урындағы ҡул эше оҫталары, фермерҙар өсөн дә уңайлы. Улар үҙҙәренең эштәрен, тауарҙарын һатыуға килтерә. Геопарк тирә-яҡ ауылдар менән тығыҙ бәйләнештә, – тине Ғәзиз Нурғәле улы.
Юрматыларҙың тарихы, мәҙәниәте күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра
Күптән түгел асылған этнокомплекс, Торатау буйына теҙелеп ултырған тирмәләрҙә тарихыбыҙ ҙа, мәҙәниәтебеҙ ҙә, йолаларыбыҙ ҙа, милли аш-һыуыбыҙ ҙа сағыла. Алты тирмәнең һәр береһенең үҙ маҡсаты. Икәүһе “Ҡунаҡ йорто” итеп эшләнгән. Унда килгән туристар ял итә ала, бында йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар хәстәрләнгән: йоҡо урыны ла, аш-һыу бүлмәһе лә, санузел да бар. Башҡа тирмәләрҙә тарихи-мәҙәни үҙәк, сувенирҙар һатыу урыны, лекторий, ашхана эшләнгән.
Уларҙың һәр ҡайһыһын күреп-йөрөп сыҡтыҡ. Эргәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙең күптәренең геопаркта хеҙмәт итеүе лә һөйөндөрҙө.
Мәҫәлән, ашнаҡсы Ләлә апай Солтанова эргәләге Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан. Бында ул күптән түгел генә эшләй. Хаҡлы ялда булһа ла, өйҙә ултырырға теләмәгән.
– Өйҙә ултырып, ҡартаяһы килмәй. Һаулыҡ булғанда, эшләргә кәрәк. Ошондай матур урында хеҙмәт итеү – үҙе бер кинәнес. Ҡунаҡтарға милли ризыҡтар әҙерләйем. Бишбармаҡты яраталар, үҙебеҙ йыйған үлән сәйҙәребеҙҙе оҡшаталар. Ризыҡ тышта мангал-ҡаҙан зонаһында бешерелә. Тышта сәй эсеү өсөн боронғоса урындыҡ ҡоролған. Туристар йыш ҡына самауыр сәйен һорай. Тауҙан төшөүҙәренә урындыҡҡа хуш еҫле сәй әҙерләп торабыҙ. “Торатау” геопаркы барлыҡҡа килгәс, күптәр эшле булды, – тип һөйләне Ләлә Марат ҡыҙы.
Әйткәндәй, ашхана урынлашҡан был тирмә 40 кешегә иҫәпләнгән. Халыҡты йәлеп итеп торған тирмәләрҙең береһе – тарихи-мәҙәни үҙәк. Беҙ барғанда ошо үҙәк хеҙмәткәре Ильвира Захарова балаларға бик ҡыҙыҡлы итеп йолаларыбыҙ, боронғо көнкүреш әйберҙәре тураһында һөйләй ине.
– Был үҙәктә Юрматы ырыуының йәшәйеше менән танышырға мөмкин. Тирмә булһа ла, заманса уңайлыҡтар көйләнгән. Йылытҡыстар ҙа, кондиционер ҙа, интернет бәйләнеше лә булдырылған. Беҙҙең тирмә ике өлөштән тора. Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөндә гүзәл заттарҙың ҡул эштәре ҡуйылған, балаҫ һуғыу станогы ла, һауыт-һаба ла урын алған. Тирмәнең ирҙәр яғында эш ҡоралдары менән танышырға мөмкин. Юрматы ырыуының башҡорт этнография костюмы ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең тирмәгә көнөнә 200-ҙән ашыу кеше килә. Балаларҙың ҡыҙыҡһынып тыңлауы бигерәк тә ҡыуаныслы, – тип һөйләне Ильвира Ғәрифулла ҡыҙы.
Бында Торатауҙың үҙенсәлеге, уны үҙ иткән йәнлектәр, үҫемлектәр тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Башҡа яҡта үҫмәгән, бары тик Торатау буйында ғына осраған мәкә үләне ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Торатауҙы күрергә килгән ҡунаҡтар менән һөйләшеп киттек. Бер төркөм туристар Дәүләкән районынан булып сыҡты.
Гөлфирә Ғәскәрова һуңғы тапҡыр бында 1968 йылда булған икән.
– Үҙем 20 йыллап редакцияла эшләнем, хәбәрсе лә, тәржемәсе бүлеге етәксеһе лә булдым. Әле хаҡлы ялдамын. Торатауға барыу мөмкинлеген белгәс, уны күреү теләге тыуҙы. 1968 йылда Ишембай ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында уҡыған сағымда класыбыҙ менән Торатауға экскурсияға килгәйнек. Бишенсе класты тамамлағайныҡ ул йылда. Шул тиклем мәғрүр, матур тауға оҙаҡ һоҡланып ҡарап торғаным әле лә хәтеремдә. Шул ваҡыттан һуң бер тапҡыр ҙа килергә тура килмәне. Бөгөн бында бөтөнләй икенсе күренеш ҡаршы алды, һәр ерҙә уңайлылыҡ тойола. Тәбиғәткә зыян килтермәй генә ошо гүзәл ҡомартҡы менән таныша алыу мөмкинлеге булдырыуҙары бик ҡыуаныслы, – тине ул.
Матур башланғыс артабан да үҫеш алмаҡсы. Май башында геопарктағы этнокомплексты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, киләсәккә ниәттәрҙең ҙур булыуын билдәләне.
– Геопарк халыҡ-ара статус алһын өсөн ҙур эш алып барабыҙ. “Янғантау” һымаҡ “Торатау” ҙа ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инер, тип ышанабыҙ. Был иһә тәбиғәтебеҙҙе, уникаль объекттарҙы һаҡлауға булышлыҡ итәсәк, шул уҡ ваҡытта күберәк туристар өсөн биләмә асырға мөмкинлек бирәсәк, – тине.
Торатауҙың икенсе яғынан тағы ла бер йәмле урын менән таныштыҡ. Тау буйына һыйынып ултырған апийорттар иғтибарҙы йәлеп итте. Был бәләкәй йорттарға килеп инеү менән кәрәҙ, бал еҫе тойола, ҡорттарҙың талғын ғына геүләүе ишетелә. Былар барыһы ла кешегә ыңғай йоғонто яһай. Умарталарҙан алыҫ түгел солоҡтар урын алған. Уларҙа ла саф башҡорт ҡорттары йәшәй. Был сараларҙың барыһы да башҡорт бал ҡорттарын үрсетеүгә маҡсатланған. Ошонда уҡ туристар өсөн сәхрәлә ашау урыны ла ҡоролған. Тәбиғәттәге һиллек күңел тыныслығы бирә.
Гүзәллекте әллә ҡайҙан эҙләргә түгел. Башҡортостан – иҫ киткес матур тәбиғәтле, йолаларға бай ҙур тарихлы төбәк. Үҙебеҙҙең тәбиғәт ҡомартҡыларын күрәйек, өйрәнәйек, ҡәҙерен беләйек.
Халыҡ фекере:
Нәсимә ҒҮМӘРОВА (Дәүләкән районы):
– Үҙем Дәүләкән районының ветерандар советы президиумы ағзаһымын. Бөгөн “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса 48 кешене “Торатау” геопаркына алып килдем. Күбеһе, шул иҫәптән мин дә бында тәүге тапҡыр. Бик матур урын. Оло кешеләргә барлыҡ уңайлы шарттар бар. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим. Ысынлап та, бөтәһе лә халыҡҡа уңайлы булһын өсөн эшләнгән. Торатауҙы күрергә тип ололарыбыҙ дәртләнеп килде. Улар араһында өйҙәренән бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгәндәр ҙә бар. Был сәфәрҙән улар күңелдәре булып ҡайтыр, тип ышанам. Ололарҙы хәстәрләп ошондай программа булдырғаны өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ.
Наил ШӘЙӘХМӘТОВ (Стәрлетамаҡ ҡалаһы):
– Торатау буйынан юл өҙөлгәне юҡ. Бөгөн ҡалабыҙҙың коррекция мәктәбенән балаларҙы экскурсияға алып килдек. Йәш быуынға оҡшай. Улар йолаларыбыҙ тураһында ла бик яратып тыңланылар. Ғаилә менән килһәң дә, барлыҡ мөмкинлектәр бар.
Хатта ҡышын да рәхәтләнеп ял итергә була. Ҡаргиҙәрҙә, тюбингыларҙа шыуырға мөмкин. Шуға ла бында ғаиләм менән йыш ҡына киләм.
Лилиә АБДУЛЛИНА (Ишембай районы):
– Эргәләге Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәйем, “Торатау” геопаркында сувенерҙар һатыу тирмәһендә эшләйем. Ауыл эргәһендә бындай геопарк булырылыуы урындағы халыҡ өсөн бик уңайлы. Күптәр ошо арҡала эшле булды. Беҙҙең тирмәлә Башҡортостанда, ошо эргә-тирәләге райондарҙа етештерелгән продукция, тауарҙар һатыла. Урындағы һөнәрселәрҙең әйберҙәре лә, яҡын -тирәләге ауыл фермерҙарының һөт ризыҡтары ла, бал, сәй ҙә бар. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан туристарҙы беҙҙең әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра. Торатауҙың шулай бөтә илгә танылыуы – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
Тәбиғи мираҫ – киләсәк быуын өсөн!
“Торатау” геопаркының генераль директоры Артур Мирас улы ИҘЕЛБАЕВ геопарктың үҙенсәлеге, уны булдырыуҙың әһәмиәте, киләсәккә ниәттәре тураһында һөйләне:
– Башҡортостан – меңдәрсә йыл тарихы булған халыҡ-ара кимәлдәге тәбиғи һәм геологик мираҫҡа бай төбәк. Быны үҙебеҙгә һәм киләсәк быуынға һаҡлау бик мөһим. Тап ошо маҡсатта 2018 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән “Торатау” геопаркына нигеҙ һалынды. Геопарк Ишембай, Ғафури һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә урынлашҡан.
Геопарк булдырыуҙың төп маҡсаттарының береһе – был уникаль биләмәлә меңдәрсә йыл дауамында һаҡланған мираҫты асыҡлау һәм өйрәнеү. Шуныһы мөһим, “Торатау” геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусына дәғүә итә. ЮНЕСКО геопарктарының селтәренә инеүгә номинация досьеһы Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында беренсел тикшереүҙе үтте.
Геопарк биләмәһендә бөтә донъяға билдәле Башҡортостан шихандары урынлашҡан, уларҙың йәше 300 миллион йыл тәшкил итә. Геопарк мәмерйәләргә лә бай, шул иҫәптән Уралдағы иң оҙон мәмерйә – Киндерле мәмерйәһе күптән танылыу алған. Ғөмүмән алғанда, “Торатау” геопаркының тарихи-мәҙәни мираҫы бик бай – 100-ләгән археология объекттары, тиҫтәләгән архитектура һәйкәлдәре, обелисктар, стелалар, музейҙар, дини ғибәҙәт ҡылыу урындары бар. Шулай уҡ бында 55 геология объекты урынлашҡан, уларҙың 13-ө –халыҡ-ара исемендә һәм 20-һе айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекттары.
Геопарктың партнерлыҡ селтәре экология, белем биреү һәм производство кластерҙарына бүленгән. Экология паркы бары тик урындағы халыҡ, туроператорҙар, шифахана, турбаза, кемпинг, глэмпинг хужалары һәм башҡа хеҙмәттәрҙең берҙәм көсө менән булдырыла.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, “Торатау” геопаркы гуманитар парк та булып тора, сөнки ул мәҙәниәт учреждениелары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, юғары уҡыу йорттары, балаларҙың ял һәм үҫтереү учреждениелары, өҫтәмә белем биреү ойошмалары, ижади берекмәләр менән партнерлыҡта булдырылған.
Һәм, әлбиттә, уның “йәшел” парк булыуын да билдәләргә кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, экологик яҡтан таҙа производство, “йәшел” технологиялар эштең нигеҙе булып тора.
Шуны ла әйтеү мөһим, комплекслы тотороҡло үҫеш сәйәсәте булмай тороп, был уникаль биләмәнең тәбиғи, геологик һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау, танытыу мөмкин түгел. Шуға геопарк биләмәһендә төрлө спорт саралары, белем биреү программалары һәм экскурсиялар үткәреү йолаға әүерелгән. Беҙ яңы эш урындары ла булдырабыҙ, ғалимдар менән берлектә климаттың үҙгәреүен дә өйрәнәбеҙ. Башҡа геопарктар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен көйләйбеҙ.
2022 йылда беҙгә ЮНЕСКО эксперттары килде. Уларҙың эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса геопаркты артабан үҫтереү маҡсатында бөгөн бурыстар билдәләнгән.
Иң ҡатмарлы проект бурыстарының береһе Торатауға экоһуҡмаҡ булдырыу ине. Был экобаҫҡыс Торатауҙы төйәк иткән, Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәрҙе, бөжәктәрҙе, ҡоштарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән. Шулай уҡ шихандарға зыян килтермәһендәр өсөн, туристарҙың хәрәкәтен тәртипкә һалыу маҡсатын да ҡуйҙыҡ. Ҡулса баҫҡысын эшләгәндә лә тупраҡтың өҫкө ҡатламын тергеҙеү маҡсатында ер менән контакттың мөмкин тиклем аҙыраҡ булыуы хәстәрләнде. Төҙөлөш барышында тәбиғи материалдар, конструкциялар ҡулланылды. Аттар патруле шиханға машиналарҙа килмәүҙәрен даими күҙәтә.
Урындағы халыҡ менән дә бәйләнештәбеҙ. Улар менән осрашыуҙар, видеоконференциялар уҙғарабыҙ, ерлектәге халыҡтың башланғыстарына ярҙам итәбеҙ.
Һуңғы ике йылда геопарк үҙенең партнерҙарын ике тапҡырға арттырҙы. Һөҙөмтәлә, берлектәге эш һөҙөмтәһендә яңы турбазалар, кемпингтар асыла.
Алға ниәттәр – “Торатау”ҙы ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар исемлегенә индереү өсөн эште дауам итеү. Был етди эш һәм ул йүнәлештә ышаныслы атлайбыҙ.
Автор фотолары.