Башҡортостанда яңы төп велоуҙышҡа старт бирелә. Беренсе "Рәсәй туры" алты этаптан торасаҡ һәм Башҡортостан Республикаһы һәм Удмурт Республикаһы биләмәләре буйлап үтәсәк. Велоуҙыштың дистанцияһы 806 км тәшкил итә. Унда илдең 18 төбәгенән йөҙҙән ашыу иң көслө велоуҙышсылары, шулай уҡ Беларусь Республикаһы спортсылары ҡатнаша.
Командалар менән танышыу Өфөнөң Ленин майҙанында (“Ҡала советы” туҡталышы) 1000 велосипедсы резиденцияһы янында (“Азимут” ҡунаҡханаһының төп инеү урыны ҡаршыһында) 10 июлдә 17.00 сәғәттә тантаналы үтәсәк. Программала - ижади коллективтарҙың сығышы, велоуҙыш һәм командалар менән танышыу, тамашасылар араһында сувенирҙар уйнатыу.
160 саҡрым оҙонлоҡтағы беренсе этап 11 июлдә Шишмә районында үтә. Ярыш башҡорт шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәштә ( Мостай Кәрим урамы, мәҙәниәт йорто янында - Өфөнән 33 саҡрым алыҫлыҡта) башлана һәм тамамлана. Ярыш маршруты: Келәш ауылы - Новотроицкое - Ҡара Яҡуп - Ар - Келәш. Уҙышсылар дүрт тапҡыр 40 километрҙы урай. 11.00 сәғәттә башланып, 15.00 сәғәттә тамамлана. Төп велоуҙыш башланғандан һуң, балалар һәм велосипед спортын яратҡандар өсөн Келәш ауылы урамдары буйлап уҙыш старт аласаҡ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән. Көйәрмәндәр, тамашасылар, ҡатнашыусылар автотранспорттарын Мостай Кәрим урамы һәм 80К-032 (Иҫке Шишмә юлы) автомобиль юлы киҫелешендәге майҙансыҡҡа ҡуя ала.
120 саҡрым оҙонлоҡтағы икенсе этап 12 июлдә Иглин районында үтә. Ярыш Ҡалтыман ауылында (Өфөнән 40 саҡрым алыҫлыҡта) Мәктәп урамындағы мәҙәниәт йорто янында башлана һәм тамамлана. Ярыш маршруты: Ҡалтыман – Иван-Казанка - Резвов ауылы - Иван-Казанка - Резвов. Ярышсылар ике тапҡыр 60 километр араны урай. 11.00 сәғәттә башлана, 14.00 сәғәттә тамамлана. Көйәрмәндәр Һәм тамашасылар транспорттарын Силантьев урамында ҡалдыра ала.
Өсөнсө этап 13 июлдә Өфө урамдары һәм Биатлон спорт комплексының саңғы-роллер трассаһы буйлап үтәсәк һәм уның оҙонлоғо 120 саҡрымды тәшкил итәсәк. Ярыш Комаров урамында Еңеү паркының төп инеү урыны янында башлана һәм тамамлана. Ярыш маршруты: Комаров урамы – Биатлон спорт комплексы - Комаров урамы - Беренсе Май урамы - Комаров урамы. Ярышсылар 12 тапҡыр 10 километрҙы урай. 10.00 сәғәттә башланып, 13.00 сәғәттә тамамлана. Автотранспорт өсөн туҡталҡа - Комаров урамындағы 8-се йорт һәм Интернациональ урамындағы 15-се йорт эргәһендә.
Саралар үткәрелгән ваҡытта велоуҙыш маршруттары буйынса автотранспорт (шул иҫәптән йәмәғәт) хәрәкәте сикләнә. Автомобилселәрҙән юл ваҡытын һәм маршрутын алдан планлаштырыуҙарын һорайбыҙ.
11 июль автотранспорт хәрәкәтен сикләү - Башҡортостан Республиканың Шишмә районында:
Башҡортостандың Иглин районында:
Өфөлә 13 июлдә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем участкаларҙа:
Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/sport/2024-07-05/v-bashkirii-startuet-velogonka-tur-rossii-3837092