Ярышта 2-нән 16-ға тиклем йәштәгеләр ҡатнаша ала. Мөһим талап - башҡа мотлаҡ шлем кейергә кәрәк.
Фестивалдә төрлө концерт номерҙары ла ҡаралған, ә иң бәләкәс китап һөйөүселәрҙе "Китап" нәшриәтенең сауҙа нөктәһе ҡаршылар. Бында өҫтәл уйындарын да, сағыу һәм ҡыҙыҡлы баҫмаларҙы ла һатып алырға мөмкин була. Ҡайһы бер авторҙар кескәйҙәр менән осрашыуға ла килә.
Бынан тыш, балалар һәм үҫмерҙәр, ата-әсәләр, ғөмүмән, бар тамашасылар Өфө дизайнерҙарының яңы кейем коллекциялары менән таныша ала. Фестиваль "Дарман проекты" дискотекаһы менән тамамлана.
Ялдарын ғаилә менән бергә, матур һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә теләүселәр байрамға килеп, сағыу тәьҫораттар алып ҡайта ала.
Һүрәт: kulturaufa.ru сайтынан.