Спорт һәм туризм
13 Июль 2024, 12:00

Бөрйән егете көрәш буйынса беренсе!

Мәскәүҙә үткән көрәш буйынса Донъя кубогында 18 илдән йөҙҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты.

Бөрйән егете көрәш буйынса беренсе!Бөрйән егете көрәш буйынса беренсе!
Бөрйән егете көрәш буйынса беренсе!

Таныш булығыҙ: Илфат Ямғурсин Донъя кубогында I урын яуланы!

Мәскәүҙә үткән көрәш буйынса Донъя кубогында 18 илдән йөҙҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты.

Яҡташыбыҙ 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында берәүгә лә бил бирмәй тәүге урынды яуланы һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәне.

Был ҡаҙаныш уның ныҡышмалылығы, оҫталығы һәм тренеры Илнар Салауатовтың тырышлығы һөҙөмтәһе.

Илфатты лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Чемпион яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Мәғлүмәт: “Таң” гәзите.

Бөрйән егете көрәш буйынса беренсе!
Бөрйән егете көрәш буйынса беренсе!
Бөрйән егете көрәш буйынса беренсе!
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас