Ҡаланың физик культура һәм спорт комитеты үткәргән бөтә спорт саралары сәләмәтлекте нығытыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ физик әүҙемлекте арттырыу, спорт резервын әҙерләү, халыҡтың физик әҙерлеген булдырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла.
Йыл дауамында төрлө йәштәге халыҡты йәлеп иткән 200-ҙән ашыу сара үткән. Йыл һайын “Рәсәй саңғы юлы”, “Аструм ярыммарафон”ы, “Велофест” фестивалдәрендә ҡала халҡы ғына түгел, ҡала ҡунаҡтары ла теләп ҡатнаша.
Оло быуынға айырым иғтибар бирелә. Республика проекты сиктәрендә 2023 йылда ГТО нормативтарын уңышлы үтәгән 24 ветеран физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә 10 000 һумлыҡ сертификат алған. Улар бассейнға йөрөгән, “Спарта” фитнесында йога менән шөғөлләнгәндәр. 2024 йылда был һан 47 кешегә тиклем артҡан.
Шулай ук 2023 йылда “Өлкәндәр өсөн спорт” проектына ҡушылып, аҙна һайын ҡаланың чемпиондары менән зарядка үтә. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының абсолют чемпионы, Рәсәй беренселеге чемпионы, халыҡ-ара ярыштар чемпионы Данис Папикян, кикбоксинг буйынса спорт мастерына кандидат, Рәсәй Кубогын яулаусы, Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге призеры Урал Әмиров, тайбокс буйынса донъя чемпионы, Рәсәй Кубогын яулаусы Зарина Исламова менән зарядкалар яһағандар.
Сибайҙа бөтәһе 36 төр спорт төрө менән шөғөләләнергә мөмкинселек бар. “Балалар – үҫмерҙәр спорт мәктәбе”, “Ирәндек” Боҙ һарайы, Балалар ижады үҙәгендәге бассейн, “Олимп” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, “Ирәндек уҡсылары” клубы, “Ветерок” (ат спорты) клубы, “Спарта” фитнес клубы һәм башҡа спортҡа бәйле учреждениеларҙа теләгән һәр кем спорт менән шөғөлләнә ала.
2017 йылда "Сквер-Юность" урам тренажер комплексы, "Лукоморье" спорт элементтары менән универсаль уйын майҙансығы асылған.
Барлыҡ спорт сараларына йәш быуын йәлеп ителә. Был сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн мөһим. Яңы йыл каникулдарынан алып Спорт һәм сәләмәтлек аҙнаһы үткәрелә. Унда уҡыусылар өсөн төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторола (футбол, быйма менән хоккей, волейбол турниры, конькиҙа уҙышыу, күңелле старттар һәм башҡалар). Саңғы ярыштарында ғаиләләр ҙә ихлас ҡатнаша.
2023 йылдан Сибай ҡалаһында Спорт буйынса совет төҙөлгән. Уның бурыстары: БР Сибай ҡалаһында физик культура һәм спорт өлкәһендә йәмәғәт берләшмәләренең, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың инициативаларын ҡарау һәм уларға ярҙам итеү, балалар һәм үҫмерҙәр, йәштәр һәм студенттар спортын, күмәк һәм профессиональ спортты үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү һәм башҡа спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараларға бар яҡлап ярҙам күһәтеү.
Сибайҙа спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыу өсөн бар шарттар һәм мөмкинлектәр тыуҙырылған, бары тик үҙеңә йыбанмаҫҡа һәм хәрәкәтләнергә генә кәрәк.
Фото: Сибай ҡалаһының физик культура һәм спорт комитеты сайтынан