Спорт һәм туризм
21 Июль 2024, 11:00

Сибайҙа донъя рекорды ҡуйылды

Әгәр ҙә Рәсәй һәм Евразияның элекке рекорды 78 тоннаға тиң булып, ул 5 йыл дауамында торһа, был юлы бәһлеүәндәр тарафынан өс яңы рекорд  ҡуйылды.

Сибайҙа донъя рекорды ҡуйылдыСибайҙа донъя рекорды ҡуйылды
Сибайҙа донъя рекорды ҡуйылды

Кисә Сибайҙа Башҡортостандың иң көслө кешеләре ҡатнашлығында экстрим-шоу үтте. Мауыҡтырғыс сараны ҡарарға төрлө райондарҙан халыҡ йыйылды.

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, экстрим ярыштары еңеүсеһе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Эльбрус Ниғмәтуллиндың идеяһы менән менән ойошторолған экстрим – шоуҙың төп рефери һәм рекорд регистраторы – Рус Уралстронг – көслөләр федерацияһы президенты Дмитрий Кононец.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Сараның генераль партнеры АРМ Техно компанияһы, “Күп функциялы креатив үҙәк”, шулай уҡ Сибай ҡала хакимиәтенә лә ҙур рәхмәтле сараны ойоштороусылар.

Урал аръяғы башҡалаһында Башҡортостан стронгмендары ауыр тәгәрмәс техникаһын тартыу буйынса барлыҡ рекордтарҙы ла бер көндә ҡуйҙы. Әгәр ҙә Рәсәй һәм Евразияның элекке рекорды 78 тоннаға тиң булып, ул 5 йыл дауамында торһа, был юлы бәһлеүәндәр тарафынан иң тәүҙә 88 тонна ауырлығындағы автопоезд һуҙылдә, икенсеһендә 106 тонна ауырлыҡты 4 метр 60 сантиметрға тарта алһалар, өсөнсөһөндә – 122 тоннаны шылдырып, һоҡланғыс һөҙөмтә күрһәттеләр һәм бер көндә бер юлы өс тапҡыр Рәсәй һәм донъя рекорды ҡуйылды.

Бына ул алты иң көслө рекодсмендар – улар -Марсель Мурзин, Арман Утигенов, Алексей Серебряков, Денис Вагапов, Альберт Мостафин и Айҙар Байсурин. Уларҙың һәр береһенең иңендә әллә күпме ярыш һәм призлы урындар, көсөргәнешле хеҙмәт, физик һәм рухи әҙерлек ята.

Мауыҡтырғыс сараны һәр кем ҡыҙыҡһынып күҙәтте, бигерәк бәләкәй малайҙарҙың күҙҙәрендә осҡондар балҡыны, улар ҙа киләсәктә ошондай көслө спортсылар кеүек булырға теләне.

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Сибайҙа донъя рекорды ҡуйылды
Сибайҙа донъя рекорды ҡуйылды
Сибайҙа донъя рекорды ҡуйылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас