8 августа баш ҡалалағы “Өфө-Арена” спорт комплексында “Балаңды спортҡа килтер” тип исемләнгән фестиваль ойошторола. Ул Физкультурниктар көнөнә арнала.
Был көндө “Өфө-Арена” алдында мотоджимхана, роликтарҙа флорбол, волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт уйындары була. Фойела иһә үҙеңде сабсоккер, дартс, мас-рестлинг, армрестлинг, өҫтәл теннисы, тартыш, лазертаг, биатлон тренажерҙар, балансбординг, шашка һәм башҡа спорт төрҙәрендә һынап ҡарап буласаҡ.
Сара 18 сәғәттә башлана һәм https://moisport.ru/02 сайты аша теркәлергә кәрәк. 19 сәғәттә “Ставкалар төнө: IBA чемпиондары төнө” турниры башлана.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.