Һуңғы йылдарҙа Башҡортостаныбыҙ ауыл-ҡалаларының йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәрә бара, халыҡтың рәхәтләнеп ял итер, осрашыр урындары күбәйә. Йәшәгән мөхитте күркәмерәк тә, уңайлыраҡ та итеү мәсьәләләрен тормошҡа ашырыу барышына республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров даими иғтибар бүлә. Ошондай ыңғай күренештәрҙең береһен Бөрө ҡалаһында ла күрергә мөмкин.
Бөрө – байтаҡ тарихи урындарға эйә республикабыҙҙағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, шуға күрә архитектураһы ла үҙенсәлекле: уны сауҙагәр йорттары, ҡорамдар биҙәй. Ҡаланы уратып, һылыу Ағиҙел аға. Уның тирә-яғына таң ҡалып бағыр өсөн иң ҡулайлы урын – ҡаланың Революция яугирҙәре паркы, уны халыҡ, әлбиттә, элек-электән үҙенсә, руссалап, Соколок тип йөрөтә.
Хәҙерге күҙҙе иркәләр матур күренешле парк урынында элек ағастан һалынған биналар торған. Революцияға, Граждандар һуғышына бағышланған һәйкәл алыҫ 1969 йылда уҡ асылған.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, 2021 йылдан башлап парктың ҙур ғына өлөшө тәртипкә килтерелгән.
2021 йылда тау битенә терәлеп торған биләмәне рәтләүгә 21 миллион һумлыҡ контракт төҙөлә. Тирә-яҡты байҡау майҙандары булдырыла, аҫҡа төшөргә баҫҡыстар яһала, эскәмйәләр, яҡтыртыу системаһы ҡуйыла.
Киләһе йылға парктың Интернациональ урам яҡлап һуҙылған биләмәһен төҙөкләндереүгә тотоналар. Һуҡмаҡтарға юл түшәме һалына, велосипедтар юлының бер өлөшө, балаларға уйын һәм волейбол майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Был эштәргә 14 миллион һум аҡса бүленә.
2023 йылда инде парктың ҡапҡа яғы эшләнә, объект шулай уҡ йөрәк рәүешендәге аркалар, машиналар өсөн туҡталҡа, балалар һәм спорт майҙансыҡтары менән байытыла. Күркәмләндереү эштәре 17 миллион һумға төшә.
Бөрөләр яратып йөрөгән паркта төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Әле үҙәк аллеяны матурлау, бәләкәй архитектура һындары менән биҙәү күҙ уңында тотола.
Бөрөнөң йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эшенә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Анжелика Раянова ҙур көс һала. Күп һөнәрҙәре араһында архитектор, төҙөүсе-инженер, ландшафт дизайнеры ул, шуға ла тыуған ҡалаһы күренешен үҙгәртеүгә бар ижади ҡомарын егә. Башҡарылған һәм атҡарылыр эштәр тураһында илһамланып бәйән итә. Парктың һәр ҡарыш ерендә нимә булырға тейешлеген дә ул аныҡ белә.
Республика Башлығы вазифаһын атҡара башлағас та, Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда ауыл-ҡалаларҙың тышҡы күренеше тураһында уйлау зарурлығы, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу ул иң мөһим бурыстарҙың береһе икәнлеге хаҡында әйтә килде. Ни өсөн тигәндә, уңайлы йәмәғәт мөхите булдырыу – халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыуҙың бер ысулы ла. Был парктарҙы, скверҙарҙы, ял урындарын рәткә һалыуҙы, үҫешкән инфраструктура булдырыуҙы, мәҙәни сараларға йөрөү мөмкинлегенең артыуын күҙ уңында тота.
Республикалағы был йүнәлештәге бөтә проекттар ҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашлығы арҡылы бойомға ашырыла. Күп саралар ҡалаларҙағы тарихи урындарҙы, архитектура ҡомартҡыларын һаҡлауға йүнәлтелгән, уларҙың уңайлы мөхит тыуҙырыуҙағы мөһим роле иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Проекттарҙа экологияны яҡшыртыуға, энергияны һаҡлауға йүнәлтелгән, ҡала мөхитенә яраҡлаштырылған инновациялы алымдар ҡулланыла. Яңы төҙөлгән булһынмы, яңыртылғанмы – парктар бер-береһенә оҡшамаған. Проекттарҙа республикала йәшәгән төрлө милләттәрҙең йолалары, менталитеты ла сағылмай ҡалмай.
Башҡортостан Башлығы был хаҡта: “Башҡортостандың парктарын ипкә килтергәндә, уңайлылыҡ, хәүефһеҙлектән тыш, уларҙың мөһим мәҙәни һәм тарихи үҙәк булып китеренә, белем биреү функцияһын йөкләренә, ҡала, ауыл, республикабыҙ тураһында мәғлүмәт биреренә лә ынтылабыҙ”, – тигәйне. Бөрөләге Революция яугирҙәре паркы – бөтә ошо талаптарға ла яуап биргән объект. Ысынлап та, бында ҡаланың тарихына бәйле урындар ҙа, заманса йөҙөн билдәләгәндәре лә байтаҡ. Шуға ла, был паркта тарих менән заман ҡауыша, тип һис арттырмай әйтергә була.
Иҫ китмәле гүзәл парк – Бөрө халҡының ғына түгел, бында килгән ҡунаҡтарҙың да, сәйәхәт итеүселәрҙең дә яратҡан урыны. Матур күренештәр янында үҙҙәрен ғүмерлеккә иҫтәлеккә һынландырып ҡалыр өсөн, “Соколок”ка сығарылыш уҡыусылары, студенттар, яңы өйләнешкән парҙар, туристар килә. Төҙөкләндереү эштәре тулыһынса тамамланғас инде, парктың тотош республикалағы иң гүзәл урындарҙың береһенә әйләнеренә ышаныс ҙур.
Парк менән танышып йөрөгәндә, унда килгән халыҡ менән аралашып өлгөрҙөк.
– “Соколок” элекке менән сағыштырғанда күпкә матурыраҡ, уңайлыраҡҡа әйләнде. Бында йәйәүләп кенә йөрөп әйләнергә лә була, кискеһен дуҫтар менән осрашыуға ла ҡулай, балалар менән килгән ғаиләләр өсөн дә уңайлы, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты Варвара Трапезникова.
– Парк беҙгә генә түгел, бүтән яҡтарҙан килеүселәргә лә ныҡ оҡшай, – тип һүҙгә ҡушыла уның әхирәте Анастасия Короткова. – Бында шул тиклем гүзәл күренештәр асыла, иҫтәлеккә матур фотоһүрәттәр эшләргә мөмкин. Көн һайын тиерлек паркта йөрөп әйләнәбеҙ.
Эскәмйәлә ниндәйҙер ҡәҙерле кисерештәренә сумып уйға ҡалған күркәм йәштәге ханым янына киләм.
– Бөрө – тыуған ҡалам. Инде күптән, 70-се йылдар уртаһынан Екатеринбургта йәшәһәм дә, форсат сыҡҡан һайын тыуған яғыма ҡайтырға ашҡынам, – тип һүҙ башланы үҙен Галина Штыкова тип таныштырған апай. – “Соколок” – ул бала сағым, йәшлегем хәтирәһе, мине татлы ла, һағышлы ла уйҙарға сумдырған урын. Элекке мин белгән парк менән хәҙергеһе араһында айырма, әлбиттә, ер менән күк араһы, ныҡ итеп үҙгәргән. Бигерәк гүзәл урынға әүерелгән, биләмәһе шул тиклем таҙа, бөхтә, ҡараулы икәне күҙгә ташлана. Тыуған ҡаламда шундай матур урындар барлыҡҡа килеүенә ғорурланам да, яҡташтарым өсөн ифрат шатланам да. Бына фотоға төштөм, парктан асылған күркәм күренештәрҙе видеола һынландырҙым, һағынғанда ҡарап алырға була, – ти ул, моңһоу йылмайып.
Рәхмәт әйтеп, оло кешенең матур кисерештәрен өҙөргә теләмәй, һаубуллаштым. Галина Михайловна үҙ алдына йылмайып, тирә-яғына һөйөү тулы ҡараштарын төбәп ҡалды.
Һуҡмағыбыҙ инде А. Матросов исемендәге скверға илтә. Ул да Бөрөлә йәмәғәт урындарын үҫтереү стратегияһына ярашлы башҡарылған эштәр арҡылы яңы һулыш алған. Быға тиклемге сквер менән хәҙергеһенең айырмаһы, әлбиттә, ныҡ ҙур.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында шау сәскәле түтәлдәр менән биҙәлгән, эскәмйәләр ҡуйылған был майҙанда ҡала халҡы ял итергә яратҡан. Эргәләге кибеттәрҙән туңдырма, лимонад һатып алырға мөмкин булған. Ә тағы өс тиҫтәләп йыл үткәс, Матросов скверында сауҙа нөктәләре пәйҙә булған. Улар торған һайын арта барып, майҙан кейем-һалым, хатта музыка ҡорамалдары, машиналар өсөн кәрәк-яраҡҡа тиклем һатыла башлаған йәнле урынға әйләнгән. Ял итер өсөн тәғәйенләнгән урын, шулай итеп, сауҙа майҙанына әүерелгән.
Һәм бына ниһайәт, республика Башлығы ауыл һәм ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар биреп, тейешле программалар бойомға ашырыла башлағас, Матросов скверына ла уңыш йылмая. Сауҙа нөктәләре элекке сыбарлыҡтан арындырылған, бөтәһе лә берҙәм стилдә, заманса биҙәлгән, уңайлы итеп урынлаштырылған. Сквер урынлашҡан майҙан биләмәһе тотошлайы менән рәткә килтерелгән. Бөрөләр яратҡан урындарында ял да итә, кәрәкле әйберҙәрен дә һатып ала.
Бына шулай, Бөрөләге аныҡ миҫалдар аша “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы, республика етәкселегенең тырышлығы, даими хәстәре Башҡортостаныбыҙҙың бәләкәй ҡалаларын да заманса итеп үҙгәртергә мөмкинлек биргәнен, туризмды үҫтереүгә тос өлөш индергәнен күрергә була. Ә эштәр дауам итә.
Анжелика РАЯНОВА, Бөрө район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:
– Радий Фәрит улына “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”, “Башҡорт ихаталары” программаларын тормошҡа ашырта башлаған өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Тап улар ярҙамында республикала туризм тармағы ла үҫешә башланы. Әйтәйек, элек Бөрөгә туристар башлыса бындағы 99 мәҙәни ҡомартҡы объектын күрергә тип килгән булһа, хәҙер уларҙың һаны “Соколок”ты байҡар өсөн килеүселәр иҫәбенә лә арта. Йәғни, төҙөкләндерелгән парк туристик маршруттарҙы киңәйтә, ҡала менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы күбәйтә. Быға Матросов скверы ла үҙ өлөшөн индерә. Бөрөлә башҡа төҙөкләндерелгән майҙандар ҙа бар, бөтәһе бергә был тарихи ҡалала туризм йүнәлешен үҫтерергә ифрат ҙур булышлыҡ ҡыла. Ә бит бынан алда, Бөрөлә ҡасан да булһа туризм үҫешә алыр, тип күҙ алдына ла килтермәй инек.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Бөрө ҡалаһы.
Һүрәттәрҙә: Парк күренештәре. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.