27-28 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында "Рәхәттә" (“На Рахате”) һаулыҡ һәм туризм фестивале була. Сарала республикабыҙҙан, Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Ҡытайҙан 500-ҙән ашыу белгес ҡатнаша. Ҡунаҡтарҙың дөйөм һаны алты мең тирәһе булыр тип көтөлә.
Ҡытайҙың Пекин ҡалаһынан киләсәк ҡунаҡтар араһында Көнсығыш традицион медицина һәм Бөтә донъя традицион ҡытай медицинаһы федерацияһы вәкилдәре бар. Делегация составында - өс кеше. Улар бизнес-форумдың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса эшләй.
Был хеҙмәттәшлектең маҡсаты – Башҡортостанда сәләмәтләндереү һәм медицина туризмы, Неврология һәм реабилитация клиник институтының төбәк-ара үҙәге (Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән), республика иппотерапия үҙәге йүнәлештәре буйынса Рәсәй – Ҡытай медицина һаулыҡ үҙәген ойоштороу.