6 – 11 августа Өфөлә Төҙөлөш аҙналығы була. Байрам саралары Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының – 80, республика баш ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арнала.
6 августа төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн Вуз-ара кампуста йүгереү ойошторола. Был сара төҙөлөш комплексы вәкилдәре араһында сәләмәт тормошҡа ынтылышты, ҡатнашыусылар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу өсөн 36 йәшкә тиклемге һәм унан олораҡтар араһында ойошторола.
Йүгереү 6 августа 10 сәғәттә башлана. Үҙең менән медицина күрһәтмәһе булырға тейеш. 3 авгусҡа тиклем теркәлергә була. Ғаризаларҙы онлайн тапшырырға мөмкин: docs.google.com/forms/d/1fWR-_oEyXVT8id1hVLuY1ky5C_Ny3XB6WqU1LOi6g5E/viewform?edit_requested=true).
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.