Спорт һәм туризм
8 Август 2024, 04:00

Рөстәм Нәбиев был юлы ниндәй тауҙы яуламаҡсы?

"Тағы алты көн ҡалды. Һуңғы ваҡытта бик арыттырҙы..." - тип яҙҙы блогер.

Рөстәм Нәбиев был юлы ниндәй тауҙы яуламаҡсы?Рөстәм Нәбиев был юлы ниндәй тауҙы яуламаҡсы?
Рөстәм Нәбиев был юлы ниндәй тауҙы яуламаҡсы?

Билдәле блогер, ике аяҡһыҙ көйө лә ауырлыҡтарға бирешмәгән яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев күпме тауҙарҙы яулаһа ла, әле булһа донъяның иң бейек нөктәләренә артылыуын дауам итә. Был юлы ул Арарат тауына күтәрелергә йыйына, уны яулар өсөн Рөстәмгә 5165 метр үтергә тура киләсәк.

"Алты көн ҡалды. Һуңғы ваҡытта бик арыттырҙы. Тауға күтәрелер алдынан күп эштәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк...», — тип яҙған блогер социаль селтәрҙәге дуҫтарына.

Арарат - Төркиәлә урынлашҡан. 

Фото: Рөстәм Нәбиев.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас