Башҡортостандан һигеҙ спортсы Парижда үткәреләсәк XVII Паралимпия уйындарында ҡатнашасаҡ.
Сара 28 августан 8 сентябргә тиклем була.
- Ябай булмаған ваҡытта һәр спортсыбыҙҙың сығышын айырыуса өмөт менән һәм борсолоп көтәсәкбеҙ. Көслө генә состав йыйыла һәм спорттың төрлө төрҙәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләр көтәбеҙ, - тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.
Башҡортостандан Парижда үткәреләсәк XVII Паралимпия уйындарында түбәндәге спортсылар ҡатнаша:
ПОДА спорты, йөҙөү буйынса - Богдан Мозговой (тренеры Трухачев Сергей Викторович), Аделина Рәзетдинова (тренеры - Трухачев Сергей Викторович), Николаев Андрей (тренеры – Кирәев Фәнил Хәлил улы);
Спорт ЛИН өҫтәл теннисы: Елена Прокофьева (тренеры – Байракова Ольга Владимировна);
Һуҡырҙар спорты, еңел атлетика: Антон Кулятин (параллель иҫәп, Новосибирск өлкәһе), Кулинич-Сорокина Анна Паутова, Елена Осиповна (Сафронов Андрей – лидер), тренер Буйлов Петр Захарович.
Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/24652/