Спорт һәм туризм
12 Август 2024, 14:00

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе

Көрәш үҙәген асыу 31 авгусҡа планлаштырылған

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙеҺуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе
Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе

450 йыллыҡ юбилейы алдынан баш ҡалабыҙ төҙөлөш майҙанын хәтерләтә – урамдар ремонтлана, спорт ҡоролмаларын төҙөлә, скверҙар, парктар төҙөкләндерелә һәм башҡалар.

Күптән көтөлгән спорт объекттарының береһе – көрәш һарайы. Төҙөлөш көҙгә тамамланырға тейеш. Бында халыҡ-ара һәм дөйөм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн спорт комплексы, балалар менән эшләү үҙәге, йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа блогы, ҡунаҡхана һәм паркинг, 3319 урынлыҡ трибуналы универсаль спорт-концерт залы урынлашасаҡ. Быйыл бында “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы үтәсәк.

Шулай уҡ көҙгә Инорс биҫтәһендә Ишкәкле слалом комплексы эшләй башларға тейеш. Уның тәғәйенләнеше – шәп аҡҡан һыуҙа ишкәкле слалом, фристайл буйынса уҡыу-күнекмә һәм спорт сараларын үткәреү.
Тағы бер спорт объекты – Затондағы фехтование үҙәге. Үҙәктә 350-370 урынлыҡ тамашасылар трибунаһы, оператор, тренажер залы, шәхси дәрестәр өсөн спорт залы, ял бүлмәһе ҡаралған. Бер сменала үҙәктә 80-гә тиклем спортсы шөғөлләнәсәк. Яңы спорт һарайына фехтование буйынса РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әйүповтың исеме биреләсәк.

- Көрәш үҙәген асыу тантанаһы 31 авгусҡа планлаштырылған - ҙур спорт байрамы буласаҡ. Ә инде көҙөн юғары ҡунаҡтар десантын көтәбеҙ. Бында "Рәсәй - спорт державаһы" форумы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы уҙасаҡ, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Фото сығанағы: vk.com/ufa?ysclid.

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе
Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе
Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе
Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас