“Салауат Юлаев” хоккей клубының генераль директоры Ринат Бәширов Өфө клубының бурысы тураһындағы хәлгә комментарий бирҙе.
- Бер нисә көн элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1,2 миллиард һумлыҡ кредит бурысын бөтөрөргә булышлыҡ иткән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Континенталь хоккей лигаһы беҙҙе миҙгелгә бурысһыҙ инеүҙе һорағайны. Бөгөн беҙ Радий Фәрит улының ҡарары һөҙөмтәһендә был бурысты тулыһынса ҡапланыҡ, шуға күрә бөгөн клубтың бурысы юк. Был йәһәттән миҙгелгә ышаныслы инәбеҙ, - тине Ринат Бәширов миҙгел алдынан үткәрелгән матбуғат конференцияһында.
Сығанаҡ, фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.