Спорт һәм туризм
27 Август 2024, 11:30

Өфөлә бәһлеүәндәр турниры уҙа

31 августа Өфөнөң 450 йыллығына арналған халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры (6 +) уҙа. 

Өфөлә бәһлеүәндәр турниры уҙаӨфөлә бәһлеүәндәр турниры уҙа
Өфөлә бәһлеүәндәр турниры уҙа

Илдең һәм яҡын сит илдәрҙең иң көслө кешеләре халыҡ-ара бәһлеүәндәр турнирында көс һынаша. Саралар 31 августа Ҡашҡаҙан паркында уҙа. Улар иҫәбендә донъя чемпионы Давид Шамей (Белгород), стронгмен буйынса Донъя кубогын яулаусы Валерий Савин (Сорғот), Мөхәммәт-Әли Тохтоматов (Ҡырғыҙстан).

«Халыҡ-ара турнирҙың үҙенсәлеге шунда: беҙ Башҡортостанға Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың һәм Ҡырғыҙстандың көслө атлеттарын саҡыра алдыҡ», - тип һөйләне проектты ойоштороусы, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин.

Башлана – 12.00 сәғәттә. Инеү ирекле.

Фото: конкурстың ойоштороу комитеты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас