Яҡты ҡарашлы, камиллыҡҡа ынтылған һәр кешенең төҙөк йортта йәшәгеһе, таҙа урамдар буйлап йөрөгөһө, ялды матур урында үткәргеһе, спорт менән шөғөлләнгеһе килә. Был – тәбиғи талаптар. Республика етәкселеге һуңғы йылдарҙа халыҡтың ошо теләктәрен үтәүгә һәм уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. 29 августа Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында яңы спорт майҙансығы асылыуы ошо хаҡта һөйләй.
Спорт майҙансығы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды аҡсаһына тормошҡа ашырылған “Тыуған ауылға спорт" проекты ярҙамында төҙөлгән.
Урам тренажерҙары һәм волейбол майҙансығы өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан урыны буласаҡ. Бында буласаҡ чемпиондар күнекмәләр үтәсәк. Ауыл биләмәһендә армрестлинг, мас-рестлинг, еңел атлетика һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаусы йәш спортсылар күп. Улар тырышып күнекмәләр яһап, тыуған районын һәм республиканы данлап, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелер, тип ышана район етәкселеге.
Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров республика Башлығы вазифаһында эш башлағас та, “Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда ауыл һәм ҡала ерҙәренең тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйлау мөһим. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – төп бурыстарҙың береһе. Был халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә”, – тип билдәләгәйне. Төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар, заманса ял зоналары, инфраструктура – барыһы ла киләсәктә билдәләнгән маҡсаттарҙың бер өлөшө генә.
Реканс ЙӘМӘЛИЕВ, Саҡмағош районы хакимиәте башлығы:
– Яңы Балтас ауылында бөгөн ҙур байрам үтте-яңы спорт майҙансығы асылды. Ошондай мөһим социаль объекттарҙың күбәйеүенә шатмын, былтыр ошондай спорт майҙансығы Аблай ауылында барлыҡҡа килгәйне. Спорт майҙансығында һәр ваҡыт шатлыҡлы тауыштар яңғыраһын, халыҡ күп булһын һәм дәрт, шатлыҡ һәм спорт рухы менән һуғарылған мөхит хакимлыҡ итһен. Барыһыны ла уңыштар, һаулыҡ һәм спорт еңеүҙәре теләйем.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатына, “Асыҡ спорт” проекты кураторына, яҡташыбыҙ Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллинға һәм күмәк спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Фото сығанағы: Реканс Ямалеев