Спорт һәм туризм
4 Сентябрь 2024, 16:15

Көнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәй

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә уңайлы.

Көнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәйКөнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәй
Көнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәй

Һуңғы йылдарҙа Көнбайыш паркы Баҡалы ауылы халҡының һәм район ҡунаҡтарының яратҡан ял урынына әйләнгән. Бер нисә йыл бында ҡола ялан булған, әлеге көндә иһә унда балалар аттракциондары эшләй, спорт менән шөғөлләнеү ҡоролмалары ҡуйылған.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш башлағас та, “Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда ауыл һәм ҡалалар тышҡы йөҙө тураһында ла уйлау мөһим. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – төп бурыстарҙың береһе. Был халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә”, – тип билдәләгәйне. Төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар, заманса ял зоналары, инфраструктура – барыһы ла киләсәккә билдәләнгән маҡсаттарҙың бер өлөшө генә.

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләһенә республика Хөкүмәте лә ҙур иғтибар бүлә. Төрлө парктарҙы, скверҙарҙы, балалар майҙансыҡтарын, ял итеү киңлектәрен һәм йәйәүлеләр юлдарын төҙөкләндереүгә бәйле милли проекттар Баҡалы районында ла әүҙем тормошҡа ашырыла.

Көнбайыш паркы 2020 йылда башланғыс ала – йәмәғәт тауыш биреү йомғаҡтары буйынса “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектын тормошҡа ашырыу өсөн унда төҙөкләндереү эштәре башлана. Тәүге дүрт йылда уны подрядсы ойошма – Харисов шәхси предприятиеһы төҙөй. Ойошма йәйәүлеләргә асфальт-бетон япмалы юлдар һәм майҙансыҡтар һала, видеокүҙәтеү ҡоролмалары, бәләкәй архитектура һындарын ҡуя, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү һәм паркты йәшелләндереү эштәрен төп өлөшөн башҡара.

Быйыл төҙөлөштө икенсе ойошмалар дауам итә – аукцион сараларында Өфөнөң “РефСтройПроект” төҙөлөш компанияһы еңгән, субподрядсы булып Өфө ҡалаһының “Ардекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Ойошма парктың ҡалған биләмәһен йәшелләндерә, бөтә парк буйлап 790 метрлыҡ ҡойма 3D селтәре форматында йыһазландырыла, шулай уҡ дүрт ҡапҡа буласаҡ. Яҡын арала, смета документтарына ярашлы, ябыҡ сәхнә ҡуйыласаҡ.

Ысынлап та, парк заманса һәм матур төҫ алған. Бында иң тәүҙә балаларҙың яратҡан урыны – сағыу майҙансыҡ күҙгә ташлана. Тауҙар, бәүелсәктәр, карусель махсус резина япмалы биләмәлә урынлашҡан. Иң мөһиме – балаларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән. Яҡында спорт майҙансығы. Был урын фитнес-залды алмаштыра. Уның өҫтөнлөгө лә бар – саф һауала рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнәһең, уңайлы мөхиттә күңелле, бушлай спорт менән шөғөлләнәһең. Теләгән һәр кеше, үҙенә кәрәкле күнекмәләрҙе башҡарып, сәләмәтлеген нығыта ала.

Плитә түшәлгән тигеҙ юлдар барлыҡҡа килгән. Фонарҙар ҡараңғы мәлдә паркты яҡтырта, ә көндөҙ ҡабатланмаҫ матурлыҡ өҫтәй. Шулай уҡ уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған, һуҡмаҡтар булдырылған. Сүп-сар өсөн контейнерҙар урынлаштырылған. Видеокүҙәтеү камералары хәүефһеҙ шарттарҙа ял итеү мөмкинлеген бирә.

Район халҡы “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл да яҙын ҙур күләмдә эш башҡарғандар. Бер нисә ойошма хеҙмәткәрҙәре уртаҡ көс менән 185 ҙур ағас ултыртҡан – ҡайын, себер шыршыһы, миләш, артыш һәм башҡалар. Бөтә биләмәгә газон үләне сәселгән һәм ул тиҙҙән йәшел келәм булып үҫәсәк.

Паркта киләсәктә мәҙәни-күңел асыу саралары ла үтәсәк. Ябыҡ сәхнә ҡуйыу төрлө ижади коллективтарға сығыш яһау, ҡыҙыҡлы саралар үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Сауҙа майҙансыҡтары ҡуйыу өсөн дә урын бүленгән. Ял итеүселәр парктан сыҡмайынса ғына һалҡынса эсемлектәр һәм туңдырма һатып аласаҡ.

Концессия килешеүе нигеҙендә паркты ҡарау һәм йәмәғәт киңлеген үҫтереү өсөн шәхси эшҡыуарҙар Светлана менән Алексей Фроловтар яуаплы. Улар паркты даими тәрбиәләп тороу буйынса әүҙем эшләй: үҫемлектәргә һыу ҡоя, үләнде саба, сүп-сарҙы йыя.

– Көнбайыш паркы төрлө йәштәге кешеләрҙе йәлеп итеү урынына әйләнде. Тап шуға күрә муниципалитеттың мөһим бурыстарының береһе – паркты төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, яңы проекттарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу, бер һүҙ менән әйткәндә, уны тағы ла матурыраҡ һәм мауыҡтырғыс итеү, – ти Баҡалы ауыл биләмәһе башлығы Владимир Семенов.

Урындағы етәкселек һәм битараф булмаған кешеләр йыл һайын бик күп эш башҡара, һәр ауыл кешеһе – балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем үҙ ауылында йәшәргә һәм эшләргә генә түгел, ял итергә лә теләй. Көнбайыш паркы ла бөтөнләй икенсе төҫ алған – яҡты, йәшел һәм төҙөкләндерелгән. Ауыр хеҙмәт көнөнән һуң хәҙер халыҡтың саф һауала ял итеү, тирә-яҡтың матурлығына һоҡланыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ ул – йәш әсәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн бик уңайлы урын.

ТАТЬЯНА, Баҡалы ауылында йәшәй:

– Мин паркка яҡын йәшәйем һәм уның үҙгәргәнен, яҡшыра барыуын күрәм. Ул ысынлап та Баҡалы халҡының яратҡан ял урынына әйләнде. Паркта спорт менән шөғөлләнергә, эскәмйәләргә ултырып, рәхәтләнеп ял итергә, тәбиғәткә һоҡланырға, коляскала, велосипедта, роликта һәм самокатта йөрөргә мөмкин.

Бындағы майҙансыҡтарҙа балалар ҙа рәхәтләнеп уйнай. Ауыл халҡы мәнфәғәтендә ғәйәт ҙур эш башҡарғандары өсөн ҙур рәхмәт.

Фото: Баҡалы район хакимиәтенән.

 

Көнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәй
Көнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәй
Көнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәй
Көнбайыш паркынан халыҡ өҙөлмәй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас