“Салауат Юлаев” хоккей командаһы Континенталь хоккей лигаһының Фонбет миҙгелен күршеләребеҙ – “Аҡ Барыҫ” хоккей командаһы менән матч менән асты.
Үҙ өйөңдә стеналар ҙа ярҙам итә, тигәндәй, юлаевсылар бөгөн күрше команда уйынсыларын 5:3 иҫәбе менән еңде. Беренсе осорҙоң икенсе минутында Глеб Кузьмин иҫәпте асты. 17-се минутта Нэйтан Тодд иҫәпте тағы арттырҙы. Артабан Ярослав Цулыгин, Александр Хмелевски, Артем Ғәлимов “Аҡ Барыҫ” командаһына шайба сәпәне.
8 сентябрҙә “Салауат Юлаев” үҙендә Силәбенең “Трактор”ы менән осраша. Уңыштар теләйек!
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.